Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне
Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә Башҡортостандың һәр төбәгендә һөнәре һәм булмышы менән дан ҡаҙанған 400 ҡатын-ҡыҙ тәбрик һүҙҙәрен ҡабул итә. Был мөләйем һылыу-апайҙар ҡәҙимге тормошта һөнәри хеҙмәт менән ғаилә бурыстарын, хатта йәмәғәт эшмәкәрлеген үҙ иңенә алған тәүәккәл кешеләр. Улар һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, ауыл хужалығы, халыҡты социаль яҡлау, көнкүреш хеҙмәте, мәҙәниәт, шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһе белгестәре генә түгел, ә батырлыҡ өлгөләре, ирекмәндәр һәм күп балалы әсәләр. Тормош юлдашы менән өс ҡыҙ тәрбиәләгән Майя Ишмәтованың, мәҫәлән, рекмән тәжрибәһе тиҫтә йылдан ашыу. Пандемия мәлендә ярҙамсылар талап ителгәнде ишетеү менән шунда уҡ эшкә тотона. Был изге бурысҡа ул балаларын да иртә йәштән йәлеп итә. 2020 йылдың ҡатмарлы осоронда төп көсөргәнеште табиптар үҙ иңенә алды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 11 йыл эшләгән Лилиә Баязова пандемияға бәйле шарттарҙы күреп белә. Борай районында коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә бар мөмкинлектәр ҡулланылды ти табип. 2020 йылдың беренсе сентябрендә педагогик хеҙмәт юлын 50 йылға тултырған Нәфисә Бәҙретдинованы ла ҡыйынлыҡтар ҡурҡытмай. Әлеге ваҡытта ул башланғыс класс уҡыусыларына өйҙә белем биреүен дауам итә. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы йәмәғәт эшен дә ҡалдырмай. Милли биҙәүестәр тергеҙеү архивын төҙөгән өсөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайынан юғары баһа алған. Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбендә 14 йыл эшләгән Ләйсән Түзбәкова 2020 йыл уҡытыусыһы ҡала бәйгеһендә ҡатнашып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы номинацияһында еңеү яулаған. Һөнәрем күңел ҡәнәғәтлеге бирә, ти Ләйсән Урал ҡыҙы. Тиҫтә йылдар мал үрсетеп ит етештереүҙе кәсеп иткән Фирүзә Хәлилова ла хәҙер балаларға белем биреү өлкәһе менән тығыҙ бәйле. 2020 йылда Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ фермер бөгөн ашханаларҙы үҙ ерендә әҙерләнгән саф ризыҡ менән тәьмин итә. Рәхмәт һүҙҙәре иһә бөгөн батыр ҡатындар хөрмәтенә ҙур сәхнәнән яңғырай. Ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та мөләйемлеге, ихласлығы менән яҙ ҡояшындай. Байрам уңайынан ғына түгел, көн дә. Был фекерҙе тантананың йәнә бер ҡунағы, хеҙмәттәшебеҙ – оҙаҡ йылдар халыҡҡа телевидение яңылыҡтарын оҫта тапшырған Флүрә Мурзина белдерә. Тантана күркәм концерт менән аралашып барҙы. Гүзәл затҡа байрам бүләген Башҡортостандың сәнғәт оҫталары юлланы.

Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә
Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...

Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ
Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер...

Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан
Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт...

Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал
Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала. “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә...

Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә
Ҡотҡарыусылар халыҡты әҙер булырға саҡыра. Республиканың Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо ташҡынға ҙур йоғонто яһай. Синоптиктар алдағы көндәрҙә төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дуҫлыҡ монументында Ағиҙел йылғаһы бер...

КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала
Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Өфө, Салауат, Учалы кеүек ҙур ҡалаларҙа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививка яһатыу әүҙем яйға һалынған. Радий Хәбиров башҡаларҙы уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Оператив хеҙмәттәр аҙна ваҡиғалары...

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк
Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк. Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә
Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы
Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

Шуҡ малай шәбәйә башланы
12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...