Оҙаҡламай башҡала урамдарына Өфөлә эшләнгән өр-яңы троллейбустар сығасаҡ | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Оҙаҡламай башҡала урамдарына Өфөлә эшләнгән өр-яңы троллейбустар сығасаҡ

Улар электр сымдарына тоташмай, автоном рәүештә 20 километр юл үтә ала. Бер юлы автобусҡа ла, тройлейбусҡа  ла әйләнә алған заманса транспорттың мөмкинлектәре менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева танышты.Секунд эсендә троллейбус ҡолаҡсындарын төшөрә лә, электрһыҙ хәрәкәт итә башлай. Бер тауышһыҙ тиерлек йөрөгән транспорт, ысынлап та, тәү ҡарауға автобус һымаҡ күренә. Ентекләберәк күҙ һалһаң ғына өҫтөндәге штангаларҙы абайлап ҡалырға була. Экологик яҡтан таҙа һәм ҡулланыуҙа ла арзан. Яғыулыҡ ҡулланмағас, һауаны зарарлы газдар менән бысратмай, бензин өсөн дә аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән электробустарҙың өр-яңы моделе сафҡа инә. Транспортты йөрөтөп һынап ҡараған водителдәр әйтеүенсә, уның менән идара итеүе лә еңел. Троллейбуста физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ярҙам кәрәккәндә водителде саҡырта торған төймә лә бар.Электробустың эсе лә иркен, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым урындар, яңы йылытыу системаһы, автоматик елләтеү люктары, камералар  ҡуйылған.Салон эсендә һәм тышында ла туҡталыштар яҙылған табло, насар күреүселәр өсөн туҡталҡаларҙы һәм маршруттың номерын әйтеүсе динамиктар ҙа бар.Элек троллейбус водителдәре кабинанан сығып үҙ аллы рәүештә штангаларҙы электр сымдарына тоташтырһа, хәҙер инде был эш автомат рәүештә башҡарыла. Идара итеү төймәһе водитель кабинаһында урынлашҡан.Бер кнопкаға баҫыу менән штангалар һауаға күтәрелә, шундай уҡ ысул менән кире урынына ҡайта.Троллейбус-трансформерҙың штангалары электр сымдарына тоташып йөрөгәндә зарядты аккумуляторҙарға йыя. Әйткәндәй, быға тиклем эшләнгән моделдәрҙә улар кабинаның түбәһендә булһа, хәҙер кузов эсендә урынлаштырыла.Тап ошо батареялар ярҙамында троллейбус автоном рәүештә 20 километр юл үтә ала. Бындай транспорттың хаҡы 18 миллион тирәһе. Ҡала хакимиәте ошондай 10 троллейбусҡа заказ биргән. Тимәк,  оҙаҡламай Өфө халҡы заманса электробустарҙа йөрөп ҡыуанасаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

54 минуты 30 секунд назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

1 час 44 минуты назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

1 час 44 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

1 час 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

1 час 45 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

2 часа 32 секунды назад
Өйҙә уҡыуға күсәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өйҙә уҡыуға күсәләр

Башҡортостандың 12 районында бер нисә мәктәп дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 14 көн дауамында ситтән тороп уҡыу тәртибе Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл...

2 часа 22 минуты назад
«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Яндекс.Метрика