Етәкселәр ҡасан халыҡ янына сығыр? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Етәкселәр ҡасан халыҡ янына сығыр?

Һауа торошо тураһында Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Ҡайһы бер райондарҙа туҡтауһыҙ яуған ҡар, һепертмә буран һөҙөмтәһендә бейек көрттәр барлыҡҡа килһә, дөрөҫ ойошторолған эш юлда киҫкен хәлдәрҙе иҫкәртеүгә булышлыҡ итте. Радий Хәбиров юлдар асылыу менән соҡорҙарҙы төҙәтеү эштәренә тотонорға тәҡдим итте. Республика башлығы федераль трассаларҙың Башҡортостан биләмәләрендә фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырыу эшен дә тиҙләтергә саҡыра. Авто хужалары тәүҙә тәртип боҙған өсөн аҡса түләргә мәжбүр булһа, артабан машина йөрөтөү мәҙәниәте тәрбиәләнәсәк. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын граждандар менән туранан-тура аралаша башларға саҡырҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошторған “Управдом” форумы был йәһәттән иң уңайлы сара. Республика башлығы форумды йылдың һәр сиреге йәиһә ай һайын үткәрергә тәҡдим итә. Бер үк ваҡытта төбәктә битлек режимы һаҡлана. Республикала коронавирус инфекцияһын үткән тәүлектә йәнә 133 кеше йоҡторған. Дауаханаларҙа 270, өйҙә 5 меңдән ашыу сирле дауалана. 100 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе, 46 меңе – икенсе миҡдарын алған. Байрам һәм ял көндәрендә республика ҡала-райондарында вакцинаны күсмә ҡуйыу пункттарында яһатырға мөмкин. Ковид-19-ға бәйле һорауҙар буйынса кәңәшмә биреү үҙәге мөрәжәғәттәрҙе артабан да ҡабул итә. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “2021 -  Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы” сиктәрендә диспансеризация башланыуын белдерҙе. Милли проектты бойомға ашырыу йәһәтенән төбәктә әүҙем ғүмер оҙонлогон 80 йәшкә еткереү, йоғошло булмаған сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметергә тырышыу ҡаралған. Был күрһәткестәргә  халыҡ менән берлектә һәм ведомство-ара килешеп кенә өлгәшергә мөмкин. 2021 йылда диспансеризация барышында 939 меңдән ашыу  кешене тикшереү көтөлә. Фән һәм мәғариф министрына Радий Хәбиров мәктәптә эш шәмбеләрен ҡайтарырға тәҡдим итте.  Ковидты еңеп сыҡҡансыға тиклем. Пандемия сәбәпле уҡыуын төрлө сикләү шарттарында дауам итергә мәжбүр өлкән класс балаларына бөгөн имтихандарға етди әҙерлек талап ителә. Айбулат Хажин  быйыл берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ҡағылған үҙгәрештәрҙе һанап үтте. Мәктәп тамамлаусылар өсөн имтиханды көнэлгәре тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Һынауҙарҙы юғары уҡыу йортона әҙерләнгәндәр 31 майҙан 2 июлгә тиклем тота. Уҡыуын артабан университетта дауам итергә ниәтләмәгәндәр математика менән рус теленән генә имтихан тапшыра. Математиканың иһә тик профиль кимәле ҡарала. Йомғаҡлау иншаһы 15 апрелгә тәғәйенләнгән, өҫтәмә көн май айында. Йәнә бер яңылыҡ – быйыл информатика фәнен һайлағандар имтиханды компьютерҙа тапшыра.  Фән һәм мәғариф министры ата-әсә һәм уҡыусыларҙы 27 мартта берҙәм дәүләт имтиханын бергә тапшырып ҡарарға саҡырҙы. Республикала “Кесе ватан мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу барышы менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова таныштырҙы. Был сараға федераль ҡаҙнанан 44 миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүленә. Төбәктә 8 театрҙың матди базаһын яңыртыу, автобустар һатып алыу, “Кесе ҡала теартҙары” һәм “Театр – балаларға” тигән йүнәлештәр буйынса яңы спектаклдәр ҡуйыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Башҡортостан мәҙәниәткә федераль бюджеттан аҡса йүнәлтелгән 10 лидер-төбәк исемлегендә генә ҡалмай., республиканың инвестиция йәлеп итеү күрһәткестәре лә яҡшыра. 2020 йылда иҡтисадҡа һалынған инвестиция күләме 100,9 процентҡа еткән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә 35-се, Волга буйы федераль округында 3-сө урында. Радий Хәбиров был һанды юғары баһалап уның Башҡортостан өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәрен билдәләне.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

35 минут 2 секунды назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

35 минут 12 секунд назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

35 минут 52 секунды назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

36 минут 35 секунд назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

51 минута 28 секунд назад
Өйҙә уҡыуға күсәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өйҙә уҡыуға күсәләр

Башҡортостандың 12 районында бер нисә мәктәп дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 14 көн дауамында ситтән тороп уҡыу тәртибе Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл...

1 час 13 минут назад
«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Смотреть видео Пандемия шарттарындағы һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия шарттарындағы һайлау

 Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы...

21 сентября 2021
Яндекс.Метрика