Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?

Өфөлә лә  яҙғы ташҡынға етди  әҙерлек башланды.  Әле 26 штаб,  ваҡытлыса йәшәү өсөн 57 урын булдырылған да инде.  Ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Ҡала хакимиәте башлығы  оператив кәңәшмәлә тейешле хеҙмәттәр алдында ташҡын һыуҙарын бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреү бурысын ҡуйҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләргә туҡталыр алдынан Сергей Греков бер аҙна элек оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим эштәрҙең һөҙөмтәләре менән танышты. Әлегә мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты-төп мәсьәлә булып ҡала.  Ҡала  хакимиәте  башлығы мәктәптәрҙә  туҡланыу сифатын тикшереү өсөн яуаплы кешеләрҙе билдәләргә ҡушҡайны.  Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдереүенсә, ата-әсәләр комитеты комиссиялары эшмәкәрлеге яңынан үҙ эшен башлаған. Мәктәптәге ризыҡ сифатын улар көн дә тикшереп, һөҙөмтәләрҙе махсус чек-биттәргә беркетеп барасаҡ. Әлеге ваҡытта  ата-әсәләр өсөн уҡыу йорттарындағы ризыҡты тәмләп ҡарау ойошторолған. Сергей Греков Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргес тирәләй башҡарылған эштәр менән дә танышты. Һауа торошо  төҙөлөш эштәренә ҡамасауламай. Эш сатлама һыуыҡтарҙа ла, ҡар-буранда ла дауам итә.  Объектта эш тәүлек әйләнәһенә бара. Смена һайын 45 кеше һәм 15 берәмек техника эшләй. Кәңәшмәлә күтәрелгән йәнә бер мәсьәлә – яҙғы ташҡынға әҙерлек. Ҡала хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен күптән башлаған. Ташҡынға  ҡаршы 26 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 57  урын булдырылған. Әле граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре  халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, кәрәкле телефон номерҙары менән иҫкәртмәләр тарата, хәүефле урында йәшәүселәрҙең исемлеген төҙөй. Ер ҡарҙан әрселеү менән  ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү башлана. Был йәһәтән ултырышта төҙөкләндереү миҙгеленә пландар ҙа барланды. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов быйыл “Ҡашҡаҙан” паркы файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе. Реконструкция эштәре Совет майҙанында ла тамамлана. Газон һәм тротуарҙар тәртипкә килтереләсәк, көндәр йылыныу менән биләмә тирәләй сауыр, саған ағастары  ултыртыласаҡ.  Башҡараһы эштәр бихисап. Көньяҡ микрорайонында урын алған яңы паркта төҙөү эштәрен дауам итеү, Киров районының «Ҡояшлы» пляжын төҙөкләндереү ҙә 2021 йылдың эш планына индерелгән.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

33 минуты 20 секунд назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

1 час 22 минуты назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

1 час 23 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

1 час 23 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

1 час 24 минуты назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

1 час 39 минут назад
Өйҙә уҡыуға күсәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өйҙә уҡыуға күсәләр

Башҡортостандың 12 районында бер нисә мәктәп дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 14 көн дауамында ситтән тороп уҡыу тәртибе Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл...

2 часа 1 минута назад
«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Яндекс.Метрика