Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыу эштәренә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыу эштәренә әҙерләнә

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һүҙҙәренә ҡарағанда, Ағиҙел йылғаһында ташҡын осоронда һыуҙың иң юғары кимәле норманан 10 процентҡа түбәренәк булыр, тип көтөлә.  Әгәр ҡапыл йылытып, ҡар тиҙ ирей башлаһа, бихисап биләмәләрҙе һыу баҫыуы ихтимал. Был хаҡта ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.  Ябай ҡарашҡа күп күренгән ҡар кимәленең белгестәр иҫәптәре буйынса һәр йылдағыса норманан түбән йәиһә кәмерәк булыуы ташҡын хәүефен бөтөрмәй. Яҙғы һыуҙы үткәреүгә әҙерлек республиканың гидротехник ҡоролмаларында ла иғлан ителде. Быуалар һәм һыуһаҡлағыстарҙа күнегеү эштәре тәртибе раҫланған. Ауыл хужалығы эшсәндәре иһә баҫыу эштәренә әҙерләнә. Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фазрахманов оператив кәңәшмәлә быйыл игенселәр 4 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып тапшырырға ниәтләй, тип белдерҙе. Был күрһәткескә өлгәшер өсөн республикала әле ҡулланылмаған 19 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙе үҙләштереү көтөлә. Хужалыҡтар шулай уҡ төбәккә яраҡлашҡан сифатлы орлоҡ сәсеү һәм тупраҡҡа минераль ашлама индереүгә иҫәп тота. Кәрәкле техника, йыһаздар, яғыулыҡ-майлау материалдары мәсьәләһе хәл ителә.Яҙ башынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та төҙөкләндереү эшенә тотона. Министр вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова быйыл 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд ремонтлауға 222 миллион 200 мең һум аҡса бүленә, тип белдерҙе. Йәнә 742 миллион һумға республиканың 21 ҡалаһында 140 ихатаны төҙөкләндереү көтөлә. 131 йәмәғәт биләмәһендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты бойомға ашырыла.  Эштәрҙе 1 сентябргә тамамлау ҡаралған.Ғәҙәттә яҙ башланыу менән юлдарҙың санитар-техник торошон яҡшыртыу һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре иғлан ителә. Соҡорҙарҙы бөтөрөү, юл кәртәләрен, бордюрҙарҙы, ҡағиҙә билдәләрен буяу-яңыртыу кеүек төҙөкләндереү эштәре айлығы 25 апрелдән 24 майға тиклем билдәләнгән. Һауа юлдары ҡапҡаһы – аэропортта иһә Радий Хәбиров Өфө ҡунаҡтарын коронавирус инфекцияһына тикшереүҙе яңынан башларға тәҡдим итә. Был ҡарарға сит илдәрҙә йоғошло сирҙең йәнә киң таралыуы сәбәпсе. Башҡортостанда үткән тәүлектә 125 кешелә КОВИД 19 сире асыҡланған. Стационарҙа 267 сирле дауалана, шуларҙың 30-ы ауыр хәлдә. Максим Забелин инфекцион йүнәлешле койка урындар һаны кәмей, тип белдерҙе. Ковидҡа ҡаршы колл- үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева билдәләүенсә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе вакцина яһатыу менән ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, әлегә Башҡортостанда 65 мең кешегә вакцинаның ике компоненты ла ҡуйылған. Радий Хәбиров был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә ҡушты.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» юбилей миҙгелен аса

22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ...

21 сентября 2021
Йылытыу оперштабы эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу оперштабы эш башлай

Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе...

21 сентября 2021
Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

21 сентября 2021
Смотреть видео Пандемия шарттарындағы һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия шарттарындағы һайлау

 Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы...

21 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы

 Бөтә күрһәткестәр ҙә быны дәлилләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллиондан ашыу кешенең 73 процент самаһы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һәр  ваҡыттағыса ауыл халҡы әүҙем, иң юғары күрһәткес Салауат районында. Унда йәшәүселәрҙең 96 процентынан күберәге һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Ҡалалар...

21 сентября 2021
Смотреть видео Күңелһеҙ статистика  | ГТРК «Башкортостан»

Күңелһеҙ статистика

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә.  Республикала COVID-19-ҙың 62 мең 880 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

21 сентября 2021
Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән. «Шуға күрә...

20 сентября 2021
Көндәрҙе һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына...

20 сентября 2021
Пермь крайында фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе. Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин...

20 сентября 2021
Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән  | ГТРК «Башкортостан»

Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, -  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар - “Берҙәм...

20 сентября 2021
Яндекс.Метрика