Бар ғүмерен ауылдаштарына бағышлаған табип | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Бар ғүмерен ауылдаштарына бағышлаған табип

 Шишмә районының Петряево ауылы халҡы фажиғәле һәләк булған фельдешерҙың исемен мәңгеләштергә теләй. Февраль аҙағында Валентина Якимова өсөн сираттағы саҡырыу һуңғыһы булып сыға. Ул ауылдашының ғүмерен ҡотҡарам, тип үҙенең ғүмерен юғалтҡан. Валентина Якимованың ҡыҙы Марина әсәһен юғалтыуға әле лә ышанып етә алмай. Уның көтмәгәндә арабыҙҙан китеүе – ул беҙҙең ғаилә өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡы өсөн оло яғалтыу, ти.Февраль аҙағында Валентина Якимова сираттағы шылтыратыу буйынса ярҙамға ашыға. Ул көндө ауылдашы мунсала иҫен юғалтҡан була. Фельдшер ирҙең әсәһе менән бергә беренсе медицина ярҙамы күрһәткәндә һөрөм еҫенән иҫен юғалта. Бәхеткә  ир  тере ҡала.  Ҡот осҡос фажиғә бар ауыл халҡын хайран ҡалдыра. 26 йыл буйы Шишмә районының Петряево ауылы халҡы өсөн хеҙмәт иткән фельдшерҙы ауылдаштары хәҙер яҡшы һүҙ менән иҫкә ала.  Петряево ауылы халҡы фәжиғәле һәләк булған фельдшерҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән бер урамды уның исеме менән атарға тәҡдим итә. Әле ауыл халҡы урындағы депутаттар менән кәрәкле документтар йыя башлаған. Эштең ҡатмарлы булыуына ҡармаҫтан, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешеүебеҙгә ышанабыҙ, ти улар.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

8 секунд назад
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

1 минута 52 секунды назад
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

2 минуты 35 секунд назад
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

3 минуты 26 секунд назад
COVID-19: яңы антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19: яңы антирекорд

Башҡортостанда коронавирус буйынса тағы ла антирекорд теркәлде. Үткән тәүлектә 20 сирле вафат булған. Төбәк оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һаны 64 меңдән артты. Үткән тәүлектә сир 344 кешелә табылған. Пандемия башынын иҫәпләгәндә...

31 минута 54 секунды назад
Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте. Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте....

1 час 40 минут назад
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова...

2 часа 27 минут назад
COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика