Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды

Ишембайҙың катализатор етештереүсе махсус химия заводы экспорт күләмен 40 процентҡа арттырырға ниәтләй. Был яңылыҡты завод вәкилдәре Республика башлығы менән уртаҡлашты. Заводтың эш ҡеүәте менән Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре барышында  ҡыҙыҡһынды.
Ишембай махсус химия заводы Рәсәйҙә катализатор, адсорбент һәм молекуляр иләктәр етештергән иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Беренсе продукцияһын 1985 йылда биргән завод бөгөн Дания һәм Япония компанияларынан алынған комплект линиялар нигеҙендә  юғары технологиялы цеолиттар, сорбенттар һәм катализаторҙар эшләп сығара. Инновация тауарҙары күләме 63,3 процент. 
Завод етештергән төп продукция — крекинг катализаторҙары — Рәсәй ҡулланыусыһы ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, Төркмәнстан, Белоруссия һәм Һиндостанға ла һатыла. 2021 йылда экспорт күләмен 40 процентҡа арттырыу көтөлә. Предприятиела бөгөн 700 кеше эшләй. Коллективтың 90 проценты – йәштәр. Завод үҙенең инновациялар лабораторияһы – ҡеүәтле фәнни-тикшеренеү үҙәге менән дан тота. Ишембай йәштәре өсөн хәҙер хеҙмәттән һуң файҙалы һәм күңелле ял урыны – яңы Боҙ һарайы асыҡ. Ишембай — аренаны техник асыу Республика башлығының эш сәфәре сиктәрендә үтте. 
Черлидинг командаһы ҡыҙҙары хәрәкәт ҡабатлаған мәлдә спортсылар тренажерҙарҙы һынай. Был йәш хоккейсылар урындағы “Нефтсе” командаһында уйнай. Уларҙың һәр ҡайһыһы тиҫтә йыл буйы күнегеүҙәр менән мәшғүл. Тимәк, яңы шарттарға баһа бирерҙәй тәжрибәгә эйә. Тәжрибәле спортсылар араһында тренерҙы тиҙ генә асыҡлап та булмай. Дмитрий Рим улына 21 йәш. Ҡала командаһы менән ул ярты йыл  эшләй. Ишембай хоккейсылары өсөн боҙ һарайының ни тиклем көтөп алынған бүләк икәнен яҡшы аңлай.
Радий Хәбиров Ишембай халҡын тәбрикләп, боҙ һарайы ҡалала хоккей  ғына түгел, фигуралы шыуыу спортын үҫтереүгә лә этәргес бирер, тип белдерҙе. Республика башлығы Ишембай –Аренаға 1 миллион һум аҡсалата сертификат бүләк итте. Ишембай үҙәгендәге яңы боҙ һарайы күнегеүҙәр, уйындар һәм күмәк саралар өсөн уңайлы иркен спорт комплексы. Алтмышҡа –утыҙ метрлы боҙ майҙанында бер юлы 50 спортсы шөғөлләнә, трибуналарҙа 500 кеше ултыра ала. Бинала шулай уҡ көс талап иткән күнегеүҙәр һәм хореография залдары ҡаралған. Ишембай-аренала Салауат Юлаев хоккей командаһы спорт мәктәбенең филиалы урынлашасаҡ.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Смотреть видео Беҙҙең ғорурлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров  тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар  тыуҙырыласағы...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте.  Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал

Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған....

17 сентября 2021
Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле  беләҙек ал | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем...

17 сентября 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров талап итә

Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында  ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды

Ҡанунда ҡаралғанса, бөгөн Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыуыраҡ кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.  Ғәлимйән, был...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика