Өфөлә аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлә аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды

Йыл да март аҙағында Өфө — ил аграрийҙары башҡалаһына әүерелә. ВДНХ-ЭКСПО майҙанында быйыл 31-се тапҡыр аграр сәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” күргәҙмәһе асылды.  Аграр сәнәғәт комплексы форумы быйыл беренсе тапҡыр “гибрид” форматта үтә. Кәңәшмәнең дә, күргәҙмәнең дә ҡәҙимге осрашыуҙарҙан тыш, онлайн платформаһы эшләй. Йәғни, ҡыҙыҡһынғандар ерҙең ҡайһы тарафында булыуына ҡарамаҫтан сарала онлайн ҡатнаша ала.  Эшлекле программа 23 секция ултырышынан, 4 тармаҡ, 2 махсуслаштырылған конкурстарҙан тора. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.  Форумда ҡатнашырға Өфөгә килгән ҡунаҡтарҙы Республика башлығы сәләмләне. Форумда ҡатнашыусылар тәүҙә күргәҙмә менән таныша. 15800 квадрат метрҙа урын алған 5 майҙансыҡта Рәсәйҙең 37 төбәгенән килгән 310 компания ауыл хужалығы техникаһы менән йыһаздар, үҫемселек һәм малсылыҡ ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Байкал аръяғы крайы, Омск һәм Тверь өлкәләре быйыл Өфөгә беренсе тапҡыр килгән. Йыйынға Халыҡ-ара дәрәжәне Чехия, Венгрия һәм Белоруссия вәкилдәре бирә. Резиденттар мөмкинлектәрен танытырға һәм эшлекле килешеүҙәргә иҫәп тота.  Агрокомплекс 2021 күргәҙмәһендә йола буйынса фермер тауарҙары йәрминкәһе асыҡ. Бында Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең ете тиҫтәнән ашыуы үҙенсәлекле ризыҡ, милли күстәнәстәр тәҡдим итә. Башҡорт балы, ҡымыҙ ғына түгел хәҙер башҡорт ҡорото ла донъя тәмлетамаҡтары һөйөүен яулай. Тармаҡ белгестәрен бөгөн аграр сәнәғәт комплексының пандемиянан һуңғы үҫешендәге глобаль үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындыра.  Предприятие һәм хужалыҡ етәкселәре тармаҡта цифра технологияларын ҡулланыу, эре предприятиеларҙың кесе хужалыҡтар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре, техник һәм технологик яңыртыуҙар, заманса баҡсасылыҡ, умартасылыҡ, апитерапия, орлоҡсолоҡ һәм генетика, ер эшкәртеүҙе биологизациялау кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Форум барышында һатыу-һатып алыу конференцияһы ойошторола. Эре сауҙа ойошмалары саф тауар етештереүселәр менән тура килешеүҙәр ҡора ала. Аграр сәнәғәт форумы 26 мартҡа тиклем дауам итә. Пандемия сәбәпле Роспотребнадзор талап иткән бар санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

1 минута 16 секунд назад
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

1 минута 59 секунд назад
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

2 минуты 50 секунд назад
COVID-19: яңы антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19: яңы антирекорд

Башҡортостанда коронавирус буйынса тағы ла антирекорд теркәлде. Үткән тәүлектә 20 сирле вафат булған. Төбәк оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һаны 64 меңдән артты. Үткән тәүлектә сир 344 кешелә табылған. Пандемия башынын иҫәпләгәндә...

31 минута 18 секунд назад
Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте. Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте....

1 час 39 минут назад
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова...

2 часа 27 минут назад
COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика