БДАДТ Ҡазанға юллана | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

БДАДТ Ҡазанға юллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт  академия драма театры Ҡазанға юллана. 13-сө апрелдән 17-се апрелгә тиклем спектаклдәр Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Ҙур һәм Бәләкәй сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ. 7 спектакль, араларында премьералар ҙа, тамашасылар күптән яратып өлгөргән “Бәхет хаҡы” ла бар. Яңы ғына барлыҡҡа килгән ғаилә алдында етди тормош һынауҙары – торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Йәш пар йәшәргә мөйөш табып, саф һөйөү хистәрен һүндермәй, ғаиләһен һаҡлап ҡала алырмы? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади төркөмө “Йәш ғаилә фатир эҙләй” исемле өр-яңы спектакль әҙерләй. Артур Ҡунаҡбаев — төп геройҙың дуҫы, актер Харисов ролендә. Ул тамашала Верка Сердючка образында. Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев менән бергә улар һуңғы төҙәтмәләр индерә. Әле репетициларҙың ҡыҙыу мәле. “Йәш ғаилә фатир эҙләй” спектакле сәхнәгә тәүге тапҡыр 27 март ҡуйыла. Артабан премьера Ҡазан тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ.  13-сө апрелдән 17-нә тиклем Башҡортостан артистары Татарстанға гастролдәргә юллана.Гастроль репертуарында тағы ла бер-нисә премьера: етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында Николай Крашенинников романы буйынса “Амеля” спектакле һәм генерал Миңлеғәли Шайморатов, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары иҫтәлегенә бағышланған “…Ат уйнатып алдан бара…” театрлаштырылған тамашаһы.Халыҡ әүҙем йөрөгән һәм яратып өлгөргән Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһы һәм Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” спекаклдәре лә Татарстан тамашасыһына тәҡдим ителә. Сәхнә легендалары Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваны Ҡазан халҡы һәр ваҡыттағыса көтөп ала. Ә инде театрыбыҙҙың йөҙөк ҡашы — “Бәхет хаҡы” спектаклен тамашасы ғәҙәттәгесә аншлаг менән ҡаршылай. Пандемиянан һуң был тәүге гастролдәрҙең береһе. Тамашасылар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә сәхнәне һағынып өлгөрҙөк, ти Нурия Ирсаева. Ысынлап та, ике театрҙарының туғанлыҡ ептәре ныҡ. Ҡапма-ҡаршы гастролдәргә йөрөү күптән инде йолаға әйләнгән. 13-сө апрелдән 17-нә тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театры Татарстандың баш ҡалаһына барһа, Ҡазан артистары Өфөгә көҙ киләсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

5 часов 48 минут назад
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

7 часов 38 минут назад
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

8 часов 3 минуты назад
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

8 часов 20 минут назад
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

10 часов 56 минут назад
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

11 часов 45 минут назад
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

11 часов 46 минут назад
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

11 часов 46 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

11 часов 47 минут назад
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

12 часов 2 минуты назад
Яндекс.Метрика