Паспортһыҙ ватандаш

Дим биҫтәһендә йәшәүсе Мөнирә Кәримова коронавирустан прививка эшләтә алмай. Ул бик уңайһыҙ хәлгә ҡалған. Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре уны Рәсәй Федерацияһы гражданы түгел, тип иҫәпләй. Ни өсөн ҡатын Рәсәй ватандашы булыуҙан туҡтаған,  сәбәбе нимәлә?. Мөнирә Кәримова былтыр 45 йәш тулғас, тәртип буйынса паспортын алыштырырға бара. Әммә ул Рәсәй Федерацияһының гражданы түгел, шуға ла документ эшләй алмайбыҙ, тигән хәбәрҙе ишетеп шаҡ ҡата. Бер йылға яҡын ханым кәрәкле документһыҙ йәшәй. Ошо сәбәпле бихисап ҡыйынлыҡтарға  тап булдым, тип зарлана ул.Асыҡланыуынса, Мөнирә Кәримова икенсе республикала тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда минең ғаиләмә Үзбәкстанға сығып китергә тура килгән, ти ханым. 1992-се йылда ул Башҡортостанға кире ҡайта, ошонда уҡ беренсе паспортын ала, медицина өлкәһенә уҡырға инә. Утыҙ йылға яҡын Республика ҡан тапшырыу станцияһында эшләй, юғары категориялы шәфҡәт туташы дәрәжәһен ала, 1999-сы йылдан бөгөнгәсә тиклем донорҙар рәтендә иҫәпләнә. Әммә уға бер көн эсендә хеҙмәт юлын юғалтыу ҡурҡынысы янай.Мөнирә Кәримова паспортын һуңғы тапҡыр 2002-се йылда алыштырған. Тик ни өсөн миграция хеҙмәте кәрәкле документты әле бирмәй, тигән һорау борсой уны. Был мәсьәләне асыҡлар өсөн ханым судҡа мөрәжәғәт итеп, еңеп сыға. Әммә миграция хеҙмәткәрҙәре апелляция бирә. Эске эштәр министрлығынан иһә ҡатын хоҡуҡи статусын көйләргә тейеш ине, был хаҡта уға бер нисә тапҡыр хәбәр ителде, тип белгерттеләр.Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре Мөнирә Кәримоваға ғариза яҙырға ҡушҡан, әммә ханым риза түгел. Ул Рәсәй Федерацияһының гражданы тип 2021-се йылдан алып билдәләнеүенән ҡурҡа.Мөнирә Кәримова бер йылға яҡын дөрөҫлөктө асыҡлап, ҡулына үҙ паспортын ала алмай. Документты ҡабаттан эшләтергә тура килһә, уға утыҙ йылға яҡын эш стажын юғалтыу ҡурҡынысы янай. Шулай ҙа тиҙҙән үтәсәк суд ҡарары был проблемаға нөктә ҡуйыр, тип ышана ул.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Янғын киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Янғын киҫкенләшә

Хәйбулла районында урман яна, янғын ауылдарға янай. Бары 4 йорт тороп ҡалган Кесе Әбеш ауылы тулыһынса янып бөткән. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, ут "Аҡсарлаҡ" лагерына яҡынлаша. Был ял комплексында смена араһында балалар һәм спортсылар өсөн...

5 августа 2021
Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була

Башҡортостан мәктәптәрендә быйыл тәүге ҡыңғырау байрамы ғәҙәти тәртиптә ойошторола. Был хаҡта фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғалиева Башҡортостан 24 каналында үткән "Хәйерле иртә, Республика" программаһында белдерҙе. Тантаналар асыҡ һауала үтәсәк. Балаларын яңы уҡыу йылы менән...

5 августа 2021
Илһөйәрҙәргә Гран-при | ГТРК «Башкортостан»

Илһөйәрҙәргә Гран-при

Пермь ҡалаһында хәрби-патриотик теле- һәм радиотапшырыуҙарҙың “Рәсәй ҡалҡаны” фестивале асылды. Быйыл ул 24-се тапҡыр ойошторолдо. Жюри ҡарамағына бөтә илдән 341 ижади эш тәҡдим ителде. Улар араһында Башҡортостан радиоһы эфирында даими эшләп килгән “Солнечный город” балалар проекты тапшырыуҙары ла...

4 августа 2021
Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы

Башҡортостандың башҡалаһында 3 августа һауа температураһы абсолют максимумдан артылды. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Көндөҙ Дим метеостанцияһында һауа температураһының 36,3 градусҡа етеүе теркәлгән. Алдағы рекорд 2000 йылда ҡуйылған ине. 21 йыл элек был көндө Өфөлә көндөҙ...

4 августа 2021
Смотреть видео Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу

Архангел районының Сикйылға ауылы янында оҫта  урта быуат осорондағы Асгардовка тигән үҙенсәлекле этноауыл төҙөй башлаған. Ял итеүселәр Викингтарҙың көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныша ала. Асгардовка ауылы хужаһы Никита Михайлов экскурсияны иртә урта быуат осоро тарихынан...

4 августа 2021
Смотреть видео Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы

Өфө аэропортында көйәрмәндәр Токио уйындарының көмөш призеры Тимур Сафинды ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса Башҡортостан спортсыһы өсөн был икенсе Олимпиада. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола ул алтын һәм бронза миҙалдар яулағайны. Төнгө авиарейстың  данлыҡлы пассажирын әсәһе Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы...

4 августа 2021
Смотреть видео Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.  | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.

Бер компонентлы препарат 6 майҙа рәсми теркәлеү үткәйне. Тик был вакцинаны теләгән һәр кем эшләтә алмай. Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә коронавирустан йәнә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.  Өфөнөң Башфармация келәте ошо көндәрҙә “Спутник-Лайт”...

4 августа 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай

Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә уҡыусыларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы аласаҡ. Улар уҡыу йортонда санитария-гигиена талаптары һағына баҫа. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, медицина белем биреү йорттарында уҡыған студенттар араһынан һайлап алынған инспекторҙарҙың әле исемлектәре раҫлана....

4 августа 2021
Танһыҡҡа -  ҡыҫтыбый | ГТРК «Башкортостан»

Танһыҡҡа - ҡыҫтыбый

Токиола иң һағындырғаны нимә икән? Фехтование буйынса  олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Япониянан башҡорт халҡының боронғо милли аҙығы – ҡыҫтыбыйҙы – һағынып ҡайтҡан. Был турала ул иң тәүҙә әсәһенә шылтыратып әйткән. Хәҙер иһә Башҡортостан спортсыһының яратҡан ризығы барығыҙға ла мәғлүм...

4 августа 2021
Рапира һәм... фортепиано | ГТРК «Башкортостан»

Рапира һәм... фортепиано

Рапира буйынса Олимпия чемпионы яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина уңышлы спортсы ғына түгел, ә музыкаға мөкиббән талантлы шәхес тә. Ярыштарға әҙерлек йыйындарына ул үҙе менән һәр ваҡыт күсмә фортепиано йөрөткәнен әйтте. Яратҡан музыка ҡоралын ул “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуына ла алып килгәйне....

4 августа 2021
Яндекс.Метрика