29 йыл көткән тарихи ваҡиға

Өфөнән Көнсығыш юлын төҙөүселәр тоннелде йырып үтте. Юл һалыусылар һөйөнөсөн  Республика башлығы Радий Хәбиров һәм Росавтодор федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Новиков уртаҡлашты.  Башҡортостанда “Имен һәм сифатлы юлдар” милли проектын бойомға ашырыу барышы тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева сюжеты.Көнбайыш порталды Көнсығыш менән  тоташтырған ер аҫты юлы асыҡ, хәҙер Салауат Юлаев проспектынан Ҡариҙелдең уң ярына тура сығырға мөмкин. Үткән быуат аҙағынан алып көтөлгән ваҡиғаның төбәк өсөн ни тиклем мөһим икәнен Радий Хәбиров тәүгеләрҙән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.Күләмле эш Башҡортостан етәкселегенең ВТБ банкыһы менән берлектә консессия талаптарын ҡайтанан ҡарап республика өсөн отошло  шарттар ҡуйылған килешеү нигеҙендә атҡарылды. Элек 2007 йылда кисектерелгән объектты ғәмәлдә тотор өсөн төбәк ҡаҙнаһынан йылына йөҙәр миллион һум аҡса сарыф ителһә, өҫтәмә килешеү республика бюджетына баҫымды 30 миллиард һумға ҡыҫҡартырға булышлыҡ иткән. Туҡтатып торған төҙөлөштө йәнә ҡуҙғатыу проектын 2019 йылда  Рәсәй транспорт министрлығы ла хуплай. Башҡаланан Көнсығыш сығыу юлында артабан Өфө йылғаһы аша эстакаданы ла иҫәпкә алғанда ике километр ярымдан ашыу оҙонлоҡтағы күпер һәм 11 километр тирәһе юл һалыу көтөлә. Был арауыҡ М7 һәм М5 федераль трассаларын тоташтыра һәм Өфөнән Мәскәү-Силәбе юлына көнсығыш йүнәлештә сығыу мөмкинлеген бирә. Төҙөлөштө 2023 йылда тамамлау ҡаралған.  Яңы юл иһә башҡала биләмәләрен Өфө йылғаһы аръяғына үҫтереүгә булышлыҡ итә. Республика башлығы федераль агентлыҡ етәксеһен Өфөлә башҡа юл киҫелештәрен ҡороу барышы менән дә таныштыра. Төбәктә “Имен һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған башҡа проекттар тураһында фекер алышыу Республика йортонда ойошторолған кәңәшмәлә дауам итте.  Роман Новиков Башҡортостанда юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә ыңғай баһа биреп, федераль бюджеттан бүленгән аҡса тулы кимәлдә һәм файҙалы ҡулланыла, тип белдерҙе. Республика биләмәһендәге ике йүнәлештәге юл арауығын федераль ҡарамаҡҡа тапшырыу, федераль трассаларҙа хәүефһеҙлекте хәстәрләү маҡсатында 60 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырыу кеүек башҡа мөһим мәсьәләләр хәл ителә. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

6 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

6 часов 53 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

6 часов 53 минуты назад
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

6 часов 54 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

6 часов 55 минут назад
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

6 часов 55 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

6 часов 56 минут назад
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

6 часов 56 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

6 часов 57 минут назад
Смотреть видео Һайлауға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауға әҙерлек башланды

Сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар барышын Башҡортостанда партиялар йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күҙәтәсәк. Өфөлә сәйәси кампанияға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алған 10 сәйәси фирҡә вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт Думаһына...

6 часов 57 минут назад
Яндекс.Метрика