Республикала 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар

Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәте Башҡорт сода компанияһының артабанғы эшмәкәрлеге буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Был турала Оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Коронавирус, вакцинация, ташҡынға бәйле яңы мәғлүмәттәр ҙә иғлан ителде. Республикалағы ҙурлығы буйынса 4-се урында торған предприятиеның артабанғы эшмәкәрлеген хәҙер Башҡортостан хөкүмәте хәл итәсәк. Үткән аҙнала Президент Владимир Путин контроль пакетты республикаға тапшырыу ҡарарын ҡабул иткәйне. Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә быға ҡарата үҙ фекерен әйтте.Әле ил хөкүмәте менән Башҡортостан министрҙар кабинеты компанияның артабанғы эш йүнәлештәрен барлай. Федераль үҙәк менән килешеп барлар мәсьәләләр транспорт тармағында ла бар. Республика Башлығы тармаҡ өсөн яуаплы етәкселәр алдында Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү башланғысына етдирәк тотонорға саҡыра. Был баш ҡала тирәләй иҡтисади әүҙемлекте арттырырға һәм транспорт уңайлығын үҫтерәсәк. Республиканың көнъяғы менән бәйләнеште үткән аҙнала тәүге рейсҡа сыҡҡан Орлан поезды нығыта. Планда көнсығыш һәм көнбайышҡа юғары тиҙлекле поездар ебәреү.Яҡынлашып килгән ташҡын миҙгеленә әҙерлек һәм һуңғы фараздар ҙа кәңәшмәнең көн тәртибендә. Республика буйынса 230 биләмәлә 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар. Күҙаллауҙар һауа торошона бәйле фараздарҙың иң көтөлмәгән сценарийына ярашлы төҙөлгән. Ә теүәлерәк күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, Ағиҙел, Нөгөш һәм Дим йылғаларында һыу запасы 20 процентҡа күберәк. Ҡалғандарында норманан аҙыраҡ. Кесе йылғалар көндәр йылытыу менән боҙҙан әрселә башлаған. Барлыҡ гидротехник ҡоролмалар тикшерелгән. Яҙҙың мәшәҡәттәре бынан башҡа ла етәрлек. Урамдарҙы ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сар, бысраҡтан таҙартыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Быны йәһәтләү бурысын Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә йөкмәтте.Тирә яҡты йәшелләндереү акциялары быйыл 24 апрелдән башлап 9 майға тиклем дауам итәсәк. Уларҙа 35 мең самаһы кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләр сараға мәктәп уҡыусыларын да  йәлеп итеү зарур. Мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһе алдан билдәләнгәнсә апрелдең тәүге аҙнаһында тикшереүгә сығарылды. Бынан ике ай тирәһе элек Радий Хәбиров аҙыҡ сифатын контролгә алырға, ата-әсәләр менән кәңәшләшергә, балаларға аҙыҡтың файҙалыһын зыянлынан айырыуҙы аңлатыу бурыстарын йөкмәткәйне. Етешһеҙлектәр табылған, уларҙы кәметеү саралары күрелгән, һөҙөмтә — социаль селтәрҙәрҙә ялыуҙар кәмегән. Коронавирусҡа бәйле хәлде анализлағандан һуң Өфөлә тәүгеләрҙән госпиталь булараҡ үҙгәртелгән Дим дауаханаһын ғәҙәти тәртипкә күсерергә ҡарар ителгән. Радий Хәбиров хәл ҡатмарлашһа тиҙ арала эште ҡайтанан ойошторорға ҡушты. Әйткәндәй, төбәктә КОВИД 19 вирусын йоҡтороусылар яйлап кәмей бара, мәкерле сир тәүлегенә 100 кешелә асыҡлана. Быға вакцинация үҙ өлөшөн индерә тигән фекерҙә табиптар. 150 меңдән ашыу яҡташыбыҙ прививканың беренсе компонентын эшләткән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа үҙәктәрендә ойошторолған күсмә пункттарға 4 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте

Унда йәш журналистарҙың һорауҙарына  Өфө авиация техник университеты доценты,  Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге ағзаһы Сергей Каменев, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге башҡарма директоры Сергей Плюхов, Өфө планетарий лекторы Филипп Терехов яуап...

13 апреля 2021
Смотреть видео Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең туғыҙынсы ярыштары финалы быйыл йәй Өфөлә үтә. Ворлдскиллс стандарттары буйынса ойошторолған ярыштар Рәсәйҙә һөнәрмән бәйгеләренең иң мәртәбәлеһе иҫәбендә. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Апрель аҙағына тиклем Рәсәйҙең 27, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ярыштарҙың...

13 апреля 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты

Оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы район етәкселәре өсөн был мәсьәләлә ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын белдерҙе. Ташҡынға бәйле тәүфараздарға буйһонмайынса кинәт ирегән ҡар һыуҙары республикалағы бихисап биләмәләрҙе баҫты. Дүшәмбе иртәһендә 106 йортҡа һыу инеүе хаҡында хәбәр ителде. Шуларҙың байтағы...

13 апреля 2021
Смотреть видео Тәлғәт Тажетдин ҡотлауы | ГТРК «Башкортостан»

Тәлғәт Тажетдин ҡотлауы

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мосолмандарҙы изге Рамаҙан айы башланыу менән ихлас ҡотланы. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә, тине ул һәм пәйғәмбәр өммәтенән...

13 апреля 2021
Смотреть видео Бөгөн Ураҙа айының беренсе көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ураҙа айының беренсе көнө

Ураҙа – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа – изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе ай. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу.

13 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

12 апреля 2021
Смотреть видео “Ҡанатлан” форумы | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡанатлан” форумы

Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

12 апреля 2021
Яндекс.Метрика