Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының өс урамы газһыҙ интегә

Ҡышҡыһын егерме мең һумға яҡын квитанция түләргә тура килә, ти урындағы халыҡ. Электр өсөн сығым күп булыу сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр иһә өй төҙөп тә бында йәшәй алмай. Газды үҙаллы үткәреү күпмегә барып төшә? Был проблема хәл ителерме? Ҡышҡыһын өйҙө тулыһынса электр ярҙамында йылытабыҙ, шуға ла ай һайын ун ике меңләп аҡса түләргә тура килә, тип зарлана Фарис Фәизов.  Йорт янында ғына газ торбаһы тора, ләкин ул ҡулланылмай.  Ғаилә быйыл үҙ аҡсаларына булһа ла газ үткәрергә теләгән, тик уның хаҡын ишетеп улар шаҡ ҡата.  Үрге Юлдаш ауылының Көнсығыш, Байсурин, Көньяҡ урамында яҡынса һикһәндән ашыу йорт, әммә ни бары утыҙында ғына кеше йәшәй. Электр уты өсөн егерме мең һумға яҡын квитанция алыусылар ҙа бар. Шуға ла ҡышҡыһын туғандарҙа йәшәп тороу-берҙән –бер ысул.  Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, газ торбалары йорттарҙан яҡынса утыҙ-ҡырҡ метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Быны беҙ әле үҙ күҙҙәребеҙ менән дә күрәбеҙ. Ләкин уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, ти йәшәүселәр. Теүәл ете йыл өс урам халҡы газ үткәреүҙәрен һорай. Үрге Юлдаш ауыл старостаһы  Марсель Ҡотлоғилдин район хакимиәте һәм Ергән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Газды тәүҙә 2017-се йылда үткәрәбеҙ тигән хат ала, һуңынан 2018, 19, 20. Вәғәҙә 4 йылға һуҙыла. Ауылда өс трансформатор ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ул көскә эшләй. Ҡышҡы көндәрҙә утһыҙ, йылыһыҙ ултырған саҡтар ҙа булды, тип иҫләй халыҡ. Квитанцияны ваҡытында түләү өсөн күптәренә бурысҡа батырға тура килә.Газ мәсьәләһе буйынса һорауҙарға яуап алыу маҡсаты менән халыҡ йәнә  ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә ауыл биләмәһе башлығы урынында юҡ. Телефондан да аныҡ яуап алып булмай.Республика капиталь төҙөлөш идаралығы инженер инфраструктураһы объекттарын булдырыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Әле Мәләүез районының исемлектә булыуы билдәле. Ғариза ҡаралғас, уны Башҡортостандың төҙөлөш министрлығына ебәрәләр.Үрге Юлдаш ауылы халҡы үҙ аллы газ үткәрер ине, әммә уның өсөн эш хаҡы етмәй. Шуға ла пенсионер һәм күп балалы ғаиләләр был проблеманың  ҡасан да булһа хәл ителеүенә өмөтләнә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Космонавтика көнөнә арнап “Рәсәй” медия үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте

Унда йәш журналистарҙың һорауҙарына  Өфө авиация техник университеты доценты,  Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге ағзаһы Сергей Каменев, Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлеге башҡарма директоры Сергей Плюхов, Өфө планетарий лекторы Филипп Терехов яуап...

13 апреля 2021
Смотреть видео Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатына кире хисаплама старт алды

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең туғыҙынсы ярыштары финалы быйыл йәй Өфөлә үтә. Ворлдскиллс стандарттары буйынса ойошторолған ярыштар Рәсәйҙә һөнәрмән бәйгеләренең иң мәртәбәлеһе иҫәбендә. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Апрель аҙағына тиклем Рәсәйҙең 27, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ярыштарҙың...

13 апреля 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты

Оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы район етәкселәре өсөн был мәсьәләлә ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын белдерҙе. Ташҡынға бәйле тәүфараздарға буйһонмайынса кинәт ирегән ҡар һыуҙары республикалағы бихисап биләмәләрҙе баҫты. Дүшәмбе иртәһендә 106 йортҡа һыу инеүе хаҡында хәбәр ителде. Шуларҙың байтағы...

13 апреля 2021
Смотреть видео Тәлғәт Тажетдин ҡотлауы | ГТРК «Башкортостан»

Тәлғәт Тажетдин ҡотлауы

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мосолмандарҙы изге Рамаҙан айы башланыу менән ихлас ҡотланы. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә, тине ул һәм пәйғәмбәр өммәтенән...

13 апреля 2021
Смотреть видео Бөгөн Ураҙа айының беренсе көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ураҙа айының беренсе көнө

Ураҙа – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа – изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе ай. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу.

13 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

12 апреля 2021
Смотреть видео “Ҡанатлан” форумы | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡанатлан” форумы

Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

12 апреля 2021
Яндекс.Метрика