Радий Хәбиров ташҡын буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты

Оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы район етәкселәре өсөн был мәсьәләлә ишектәр һәр саҡ асыҡ булыуын белдерҙе. Ташҡынға бәйле тәүфараздарға буйһонмайынса кинәт ирегән ҡар һыуҙары республикалағы бихисап биләмәләрҙе баҫты. Дүшәмбе иртәһендә 106 йортҡа һыу инеүе хаҡында хәбәр ителде. Шуларҙың байтағы Бишбүләк районы Аҙнай ауылында. Урындағы халыҡ тәбиғәт ғәрәсәте менән бергә социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте менән көрәшә. Ярҙам юҡ, мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй тигән ялыуҙар күп баҫыла. Радий Хәбиров район етәкселәренә юғарынан ярҙам һорауҙан тартынмаҫҡа саҡыра. Яҙ миҙгеленең тағы бер күстәнәсе – юлдарҙағы соҡорҙар менән көрәште лә лайыҡлы үтеү бурысы ҡуйылды. Төп алым булараҡ ҡулланыласаҡ эҫе асфальт етештереү менән 26 асфальт-бетон заводы шөғөлләнә. Соҡорҙар хаҡында оператив мәғлүмәт мобиль ҡушымта аша килеп торасаҡ. Уны теләүсе һәр кем еткерә ала. Коронавирусҡа бәйле хәл йәнә сикләүҙәр талап итеүе ихтимал тине үҙ сығышында вице-премьер Максим Забелин. Ул, тәү сиратта, ҡайһы бер сит илдәр менән сиктәрҙе ябыуға бәйле, сөнки Төркиә һәм Европала вирустың өсөнсө тулҡыны көсәйә. Башҡортостанда әлегә 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция дауам итә. Вакцинация әүҙем фазаға күсте. 177 мең кеше прививканың беренсе, 108 мең кеше ике компонентын да һалдырған. Уларҙың 40 проценты өлкән йәштәгеләр. Ситуация үҙәгенә килгән күпселек шылтыратыуҙар тап ошо мәсьәләгә бәйле булһа, күптәр прививканың ҡайһы төрө яҡшыраҡ тигән һорау бирә.Коронавирусҡа бәйле хәлдең нисек буласағын анализлап республикала һабантуйҙарҙы уҙғарыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, тине Радий Хәбиров. Ә балаларҙың йәйге ялы ҡаты сикләүҙәр менән булһа ла мотлаҡ ойошторолорға тейеш. Юллама хаҡтары раҫланған. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән, ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙа бер көн өсөн 902, мәктәп янындағы хеҙмәт лагерҙарында көндәлек түләү 102 һум торасаҡ. Студенттарҙың йәйге ялын да хеҙмәт менән файҙалы ойоштороу башланғысы яңғыраны Оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров студент хеҙмәт отрядтарын әүҙемләштерергә саҡырҙы.Йола буйынса оператив кәңәшмәлә кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр иғлан ителде. Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм хөкүмәт вице-премьеры итеп Умарпаша Ханалиев тәғәйенләнеүе мәғлүм. Сығышы менән Ҡырғыҙстандан, ул оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында һәм именлек хеҙмәтендә эшләп Рәсәй Геройы дәрәжәһенә еткән хәрби кеше. Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығында ла яңы етәксе – Анна Казак. Торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү дәүләт комитеты менән Андрей Агапов етәкселек итәсәк. Үткән аҙналағы ваҡиғаларҙан Радий Хәбиров блогер Илья Варламов менән осрашыуҙы айырым билдәләп үтте.Айыҡ ауыл хәрәкәтенең әүҙемләшеүенә, уның илдә берҙән-бер тәжрибә булыуына ҡыуаныр ҙа, хорурланыр ҙа сәбәп бар тине төбәк етәксеһе үткән аҙналағы конкурстың йомғаҡлау тантанаһын барлап. Ғорурлыҡ менән ҡаршылар сағыу байрам Бөтә донъя Космонавтика көнө уңайынан республикала саралар үткәрелә һәм улар алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә, иртәгә лә  яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.

12 мая 2021
Смотреть видео Мискә формаһындағы мунсалар | ГТРК «Башкортостан»

Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят...

12 мая 2021
Смотреть видео Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир

 Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ...

12 мая 2021
Смотреть видео “Русь Великая” теплоходы Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

“Русь Великая” теплоходы Өфөлә

Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая”...

12 мая 2021
Смотреть видео Шайморатов ауылында хәйриә концерты | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов ауылында хәйриә концерты

Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына...

12 мая 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, талпандар | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта

Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында ла вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған. Ял көндәрендә генә   40 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан.. Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  293 меңдәң ашыу кеше  эшләткән...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ...

12 мая 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын...

12 мая 2021
Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Яндекс.Метрика