Йыллыҡ хат

Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә 10 мең һум аҡса аласаҡ. Яңғыҙ бала тәрбиәләгәндәргә социаль ярҙам буласаҡ. Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә Президенттың Конституцияла нығытылған бурысы. Ғәҙәттә һәм ғәмәлдә ул башҡарылған эштәргә баһа, алдағы йылдарға дәүләт һәм йәмғиәт үҫешен билдәләр бурыстарҙан тора. Төп баһаны мөрәжәғәтнәмәлә табиптар алды. Рәсәй коронавирус менән көрәштә алдынғылар рәтендә икән, уның төп геройҙары – табиптар.Мәкерле сирҙең еңелеүе хаҡында әйтергә иртәрәк. Вакцинация кешелектең бөгөнгә төп ҡоралы. Вирус кәмеһен өсөн коллектив иммунитет булдырыу зарур. Президент был миссияны көҙгә тиклем атҡарырға ҡушты.Медицина мөрәжәғәтнәмәлә билдәләнгән төп темаларҙың береһе – аҡса етерлек бүленә Хөкүмәт алдында уны һөҙөмтәгә әйләндереү йөкләмәһе ята. Министрҙар кабинеты алдында торған тағы бер бурыс – балалы ғаиләләрҙә фәҡирлек төшөнсәһен бөтөрөү. Ошоға йүнәлтелгән социаль ярҙам саралары хаҡында ла иғлан итте ил Президенты.Йәш ғаиләләр, яңғыҙ ата-әсәләргә даими түләү барлыҡҡа киләсәк. Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашҡайны. Саранан һуң ул социаль селтәрҙә сығыштан тәьҫораттары менән уртаҡлашып тап социаль ярҙамдың күпкә артыуын билдәләп китте.Социаль түләүҙәрҙе юллау механизмдары ла камиллашырға тейеш. Владимир Путин киләһе йылдан уҡ ул бер мөрәжәғәт менән сикләнергә тейеш тине.Илдең тотороҡло үҫеше төбәктәрҙең хәлле булыуында. Коммерциялы кредит буйынса бурыстары бюджеттың 25 процентынан артыҡ булған субъекттар, уларҙы дәүләт кредиттарына алмаштырыуға иҫәп тота ала. Ә аҡсаны самалап тотонғандар маҡтау йөҙөнән инфраструктура займдарын алырға хаҡлы. Экологтарға ғәҙеллек тергеҙелеүен тантана итер сәбәп бар. Предприятиелар өсөн экологик яуаплылыҡ төшөнсәһе ғәмәлгә индерелә. Йорттарға газ үткәреүҙе бушлай башҡарыу ниәте лә Башҡортостан өсөн ҙур бүләк. Беҙҙә күп ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ булып та халыҡ уның менән файҙаланыу мөмкинлегенән мәхрүм. Иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итер һәм киләсәктә үҫешен билдәләр ҡарарҙар ҙа буласаҡ. Улар Президенттың дивиденттарҙы инвестиция булараҡ тотонған компанияларға өҫтөнлөк биреү тәҡдименә, ә аҡсаны ситкә сығарғандарға башҡаса ҡараш булырға тейешлеге хаҡында әйткән һүҙҙәренән сығып яҙыласаҡ. Мөһимдәрен тезислап һанағанда: йыл аҙағына пандемия арҡаһында кинәт артҡан эшһеҙлекте былтырғы кимәлгә еткерергә, балалар ялына юлламаның ярты хаҡын кире ҡайтарырға, эске баҙарҙа хаҡтарҙың кинәт артыуына юл ҡуймаҫҡа, мәҙәниәт усаҡтарын арттырыуға өҫтәмә 24 миллиард бүлергә һб.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Смотреть видео Биатлон һәм саңғы ярыштары | ГТРК «Башкортостан»

Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте.  “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны...

29 апреля 2021
Смотреть видео Еңеү көнөнә Мәскәүгә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә Мәскәүгә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май - Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис...

29 апреля 2021
Смотреть видео Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл

 Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә...

29 апреля 2021
Смотреть видео Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә

Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре яуап сараларын талап итә. Тәбиғәтте фаҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе ошо хаҡта республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Светлана Радионова компанияның атмосфераға зарарлы йоғонтоһона контроль станцияһын...

29 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты

Хәлил Аҡюлов менән  Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында  Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник  нокаут менән еңде. ...

28 апреля 2021
Смотреть видео Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы  булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә

Республика башлығы хакимиәтендә эшләүселәр Салауат Юлаев баҡсаһын, ә Хөкүмәт ағзалары Республика йорто биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Кипкән ағас япраҡтары йыйылды, тротуарҙар һеперелде. 

28 апреля 2021
Смотреть видео Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт | ГТРК «Башкортостан»

Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт

Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

 Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше  эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был...

28 апреля 2021
Яндекс.Метрика