“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында башҡарыуҙан асып ебәрҙе мираҫтар “Башҡортостан-24” каналында тематик көндө. Тап ошо номер ансамблдең визит карточкаһы булып тора. Һәр концерт был вокаль-хореография композицияһынан башлана. 50-нән ашыу артист ҡатнашҡан йырлы-бейеүле тамаша телеүҙәк хеҙмәткәрҙәренә лә, башҡа тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы ла йыр-бейеүгә үрелеп барҙы. Ансамбль репертуарында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән башҡорт халыҡ йыры “Һөйгән йәр”ҙе Сәлимә Юлдашбаева башҡарҙы, ә Юлай Ҡасимов ҡурайҙа уйнаны. Йәш артистар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәфәрҙәре тураһында ла һөйләне.Коллективтың тарихы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙэшмәкәр бейеү ансамле булараҡ асылып, “Салауат Юлаев” исемен йөрөткән. Әлге көндә “Мираҫ” – бейеү ансамбле генә түгел, ә хор, вокал һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын берләштергән ижади коллектив. Улар Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең данын яҡлап йыш ҡына сит илдәрҙә сығыш яһай. Республика райондарында ла мираҫтарҙы һағынып көтөп алалар. Киләһе  гастролдәр һәм 29-сы ижад миҙгеленең йомғаҡтары менән таныштырҙы ансамблдең директоры Байрас Ишбирҙин “Рәсәй” медиаүҙәгендә уҙғарылған матбуғат конференцияһында.Ямал-ненец автоном округына гастролдәргә йөрөп ҡайтҡандан һуң, коллектив йылдың иң ҙур мәҙәни сараһы – Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә башлаясаҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Смотреть видео Биатлон һәм саңғы ярыштары | ГТРК «Башкортостан»

Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте.  “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны...

29 апреля 2021
Смотреть видео Еңеү көнөнә Мәскәүгә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә Мәскәүгә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май - Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис...

29 апреля 2021
Смотреть видео Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл

 Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә...

29 апреля 2021
Смотреть видео Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә

Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре яуап сараларын талап итә. Тәбиғәтте фаҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе ошо хаҡта республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Светлана Радионова компанияның атмосфераға зарарлы йоғонтоһона контроль станцияһын...

29 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты

Хәлил Аҡюлов менән  Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында  Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник  нокаут менән еңде. ...

28 апреля 2021
Смотреть видео Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы  булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә

Республика башлығы хакимиәтендә эшләүселәр Салауат Юлаев баҡсаһын, ә Хөкүмәт ағзалары Республика йорто биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Кипкән ағас япраҡтары йыйылды, тротуарҙар һеперелде. 

28 апреля 2021
Смотреть видео Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт | ГТРК «Башкортостан»

Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт

Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

 Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше  эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был...

28 апреля 2021
Яндекс.Метрика