Быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү бурысы тора

Төбәктең экологик мәсьәләләре Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылды. Ил президенты Мөрәжәтнамәһендә билдәләнгән йөкләмәләрҙе бойомға ашырыу — оператив кәңәшмәнең инеш өлөшөндә  Республика Премьер-министры Андрей Назаров Максим Забелин менән Азат Баҙрановҡа маҡсатҡа ярашлы ҡарарҙарҙы кисектермәҫкә ҡуша. Ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә, дәүләт хеҙмәттәрен өс йыл эсендә тәүлек әйләнәһенә аҙнаһына ете көн тоташ күрһәтеү кимәленә еткерергә, туристик кэшбек, ил эсендә сәйәхәт иткән студенттарға кампус хеҙмәтләндереүен хәстәрләргә, — Андрей Назаров  Башҡортостанда ошо һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәүҙең юл картаһын  тиҙ арала ҡабул итеү яҡлы. Оператив хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғалары буйынса отчетында ковидҡа бәйле мәғлүмәттәр тәү сиратта билдәләнә. Тәүлек эсендә сирҙең 97 яңы осрағы асыҡланған. Стационарҙа 157, амбулатор шарттарҙа 1918 кеше дауалана. Вакцинаның ике компоненты 144282 кешегә ҡуйылған. Эпивак корона һәм Гам ковид вак прививкаларының йәнә ике партияһы килеүе көтөлә. Май байрамдары уңайынан иғлан ителгән ял көндәрендә вакцина яһау туҡтатылмай. Байрам ялын ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре лә баҫыуҙа үткәрәсәк. Төбәктә сәсеү эштәре бара. Быйыл 2 миллион 14 мең гектарҙа иген сәсеү ҡаралған, премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры яҙғы культураларҙы өс төрлө ваҡытта – иртә, урта, һуң сроктарҙа сәсергә ҡарар ителде, тип белдерә. Орлоғо шытҡан үҫентеләрҙең һауа шарттары сәбәпле һәләк булыуын иҫкәртеү маҡсатында. Бөгөнгә сәсеүгә 23 район төшкән. Хужалыҡтарҙа техника, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау мәсьәләләре хәл ителгән. Миҙгел эштәрен хәҙер РЕСПАК модуле аша күҙәтергә мөмкин, тине Илшат Фазрахманов.  Йәмәғәт биләмәләре лә даими күҙәтеүгә мохтаж. Республика башлығы кәңәшсеһе, ҡалалар үҫеше институты кураторы Ольга Сарапулова был йәһәттән Парк-менеджер вазифаһын булдырырға тәҡдим итә. 2021 йылда төбәктә иң яҡшы проекттар буйынса Рәсәй конкурсында еңеүсе 18 кесе ҡала һәм ауыл биләмәләре сафҡа инә. Уларҙы артабан үҫтерер һәм мәғәнәле файҙаланыр өсөн йәмәғәт биләләмәләре менән идара итеүҙе яйға һалыу зарур.  Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты муниципалитет етәкселәренә ярҙамға биләмәләргә идара  итеү стандартын ҡабул иткән. Төбәктә сафлыҡ мәсьәләһенең дә көнүҙәк икәнен тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры билдәләне. Урал Искәндәров белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда 500 сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Биш полигон тулы тиерлек, уларҙың бары 2 процент буш күләме ҡалған.  Рекультивацияны был майҙанды ҡуртымға алыусылар менән милек хужалары башҡарырға тейеш, ә улар әлегә әүҙемлек күрһәтмәй. Ә бына Белорет, Иглин, Ҡариҙел һәм Мәсетле райондарында сүплектәрҙе бөтөрөү эше 2019 йылда уҡ башланған. Министр төбәктең төп экологик мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итте. Тәбиғәткә ташланған зарарлы ҡалдыҡтар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 8-се урында. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләгән сәнәғәт предприятиелары һауаға һәм һыуға ташлаған матдәләр,  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ағын һыуҙары тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтерә. Проблеманы тик таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу хәл итә ала.  28-29 апрелдә Башҡортостанға тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Родионованың килеүе көтөлә.  Төбәк етәкселеге был эш сәфәренә экологик проблемаларҙы хәл итер өсөн федераль сараларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген бирер, тигән өмөт бағлай.  

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Смотреть видео Биатлон һәм саңғы ярыштары | ГТРК «Башкортостан»

Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте.  “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны...

29 апреля 2021
Смотреть видео Еңеү көнөнә Мәскәүгә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә Мәскәүгә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май - Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис...

29 апреля 2021
Смотреть видео Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл

 Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә...

29 апреля 2021
Смотреть видео Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә

Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре яуап сараларын талап итә. Тәбиғәтте фаҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе ошо хаҡта республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Светлана Радионова компанияның атмосфераға зарарлы йоғонтоһона контроль станцияһын...

29 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты

Хәлил Аҡюлов менән  Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында  Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник  нокаут менән еңде. ...

28 апреля 2021
Смотреть видео Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы  булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә

Республика башлығы хакимиәтендә эшләүселәр Салауат Юлаев баҡсаһын, ә Хөкүмәт ағзалары Республика йорто биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Кипкән ағас япраҡтары йыйылды, тротуарҙар һеперелде. 

28 апреля 2021
Смотреть видео Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт | ГТРК «Башкортостан»

Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт

Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

 Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше  эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был...

28 апреля 2021
Яндекс.Метрика