Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина еңеүенән һуң, поляктар үҙ ҡайғыһын хәҙер йыр менән йыуа. Тап Өфө вәкиле көсөргәнешле матчта үҙ исемен генә түгел, ә Рәсәй данын яуланы. Уйын барышында беҙҙең илдең флагын һәм билдәләрен алып ташлау ҙа, киреһенсә, еңеүгә ынтылышты көсәйтте генә. Был туралаБашҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Тамара Танһыҡҡужина белдерҙе. Хәҙер ул “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры.  Ошо туралағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Республика етәксеһе ҡул ҡуйған икенсе документҡа ярашлы, Юрий Черток Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Тик рәхмәт һүҙҙәре менән бергә яңы бурыстар ҙа билдәләнә. Теүәл ике аҙнанан Башҡортостанда яңы Указ донъя күрәсәк. Радий Хәбиров Хөкүмәткә Башҡортостанда шашка уйыны буйынса халыҡ-ара турнир уҙғарырға, сатраш мәктәптәрен тергеҙергә бойорҙо.  Яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй. Пандемия шарттарында ирекмәнлек бурысын үтәп, вафат булған Радик Әсфәндийәров  ғаиләһен хөкүмәт үҙ ҡанаты аҫтына ала. Башҡортостан ауылдарына газ селтәрен һуҙыуға айырым иғтибар. Был турала ил етәксеһе Владимир Путин федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе барышында белдергәйне. Бурыстар ваҡытында үтәлергә тейеш. Тағы бер социаль мәсьәлә – ул халыҡ һаулығын һаҡлау. Диспансеризацияға мөмкин тиклем етди ҡараш булырға тейеш. Беренсе июлдән тап ошо кампания тулы ҡеүәткә бойомға ашырыла. Пандемия шарттарында сәләмәтлек беренсе урынға сыға. Бөгөнгә республиканың ковидҡа ҡаршы 368 мең доза самаһы вакцинаһы булһа, беренсе компонентты 292 мең кеше алған, ә тулыһынса вакцинация үткәндәрҙең һаны 252 мең тирәһендә.Шул уҡ ваҡытта республика башлығының коронавирусҡа бәйле Указына бәйле үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы, балалар баҡсаларындағы хушлашыу кисәләренә ата-әсәләрҙең индерелеүе бар. Төп шарт – өлкәндәр йә коронавирус менән ауырып һауыҡҡан булырға, йә иһә вакцинацияның беренсе компонентын алырға тейеш. Ә Башҡортостанда быйыл һабантуйҙар буласаҡмы, юҡмы, был хаҡта 24-се майҙан һуң ғына иғлан ителә. Яҙҙың бер көнө йылды тыуҙыра, йә иһә һабанда һайрашмаһаң, ырҙыңда ыңғырашырһың. Башҡортостан көҙөн ыңғырашырға түгел, ә һайрарға тырыша. Республика сәсеү кампанияһын әүҙем алып бара. хужалыҡтар көн һайын йөҙ мең гектарҙа арыш менән бойҙайын, күп йыллыҡ  үләндәрен сәсә. Кооперативтарҙың бөгөнгә 74 мең тонна минераль ашламаһы бар. Тик көндәрҙең ныҡ ҡоро тороуы ғына хәүеф уята. Ерҙең дымлығы түбәнәйә. Иң ҡыуандырғаны – техниканың яңырыуы. Тик хөкүмәттең ауыл хужалығы эшсәндәре алдында һаман бурысы бар. Радий Хәбиров был етешһеҙлекте йәшермәй. Хәл ителмәгән мәсьәлә әлеге лә баяғы техникаға бәйле. Бөгөн автомобиль  авариялары хаҡында әйтмәй мөмкин түгел. Башҡортостанда май байрамдары осоронда аварияларҙа 19 кеше һәләк булған. Машина менән иҫерек килеш идара иткән 600 самаһы водитель тотолған. 1-се майҙан унына тиклем республикала 829 тапҡыр янғын сыҡҡан. Был һан көн һайын 82 урында ут тоҡана тигән һүҙ. Учалы менән Белоретта, Баймаҡта урмандар янған. Кәңәшмәлә ҡаралған тағы мәсәьәлә. Улар торлаҡ-коммуналь хужалығындағы бөгөнгө хәлдәр, ихаталарҙы төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттар подъездарҙы ремонтлау һәм “ уңайлы ҡала мөхите” программаһын бойомға ашырыу. Радий Хәбиров иһә хакимиәттәрҙе был программаларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Башҡортостанға быйыл юлдарҙы ремонтлау өсөн 26 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Иң ҙур төҙөлөш, әлбиттә, Өфө өлөшөнә тура килә.  Тағы ла бер проект- кэшбек  программаһы. Радий хәбиров был мөмкинлеккә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Тап ошо ысул урындағы туризмды үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика