Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. … тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят ағасты 2 мең ярым саҡрымдан, Томск өлкәһенән ҡайтарырға тура килә, әммә мискә-мунса өсөн унан да яҡшы материал юҡ ти эшҡыуар Алексей Новиньков. Цехҡа ингәс таҡталар йышыла һәм махсус станокта ай формаһындағы ҡыр һалына. Күп һынауҙар һәм хаталар аша ағастың тәбиғи үҙгәрештәренән ҡотолоу юлдарын да тапҡандар бында. Мәҫәлән, шешенгән ағас мискә сынйырын өҙмәһен өсөн пружиналар ҡуйыла, түңәрәккә теҙелгән таҡталарҙы сөй һәм саморезға  нығытмайҙар, юғиһә ул бер нисә йылдан ярыла башлай. Ишектәр ҙә айырым патентҡа лайыҡ. Эште яйға һалыу өсөн ике йыл самаһы ваҡыт киткән. Башта предприятие  бәләкәй цехта урынлаша, ихтыяж артҡас ҙурыраҡ майҙанды ҡуртымға алалар. Хәҙер маҡсат – күләмде арттырыу. Бындай мунсаның төп үҙенсәлеге – тиҙ йылыныуҙа ти уны йыйыу менән шөғөлләнгән Филүс Солтанбәков. Эштән һуң сабыныу бында матур йолаға әүерелгән. Мискә-мунсаларҙың һәр береһе айырым констуктор. Иң бәләкәсе 2 метрлыҡ сабыныу бүлмәһенән торһа, ике һәм 3 бүлектән торғандары ла бар. Бында йыуыныу һәм ял итеү бүлмәләре бар. Әйтергә кәрәк, конструкция тулыһынса уйланып эшләнгән. Мискәне цехта уҡ йыйып Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙаталар, хатта элекке Советтар союзы дәүләттәренән дә күпләп алалар.  Бындай мунсаларҙы участкала үҙ аллы ла йыйырға мөмкин. Мәҫәлән, 2 метрлыҡ мискәгә кәм тигәндә 1 көн талап ителһә, 6 метрлығын йыйыр өсөн 2 көндән ашыу ваҡыт кәрәк. Бөтә мәғлүмәт ошондай инструктажда күрһәтелгән, шуға күрә артыҡ оҫталыҡ талап ителмәй. Тиҙ һәм уңай эшләнгән мунса башта социаль проект булараҡ ололар өсөн тип уйланылһа, бөгөн уны ял йорттары һәм турбазалар күпләп һатып ала.  Киләсәктә компания Себер ағастарын урында уҡ киптереү ҡоролмаларын ҡуйып, етештереүҙе арттырырға һәм тиҙ ҡоролмалы йорттар төҙөү маҡсатын ҡуя.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика