Уҡыусылар өсөн хәрби күнекмәләр

Өфөнөң  Киров һәм Ленин райондарының һөнәри һәм урта белем биреү йорттары уҡыусылары  хәрби күнекмәләр үтте.  Йыл да сығарылыш уҡыусылары  араһында ойошторолған был сараның төп маҡсаты   — буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү,  патриотик рухта тәрбиәләү. Мәктәп парталарынан  тура атыш полигонына. Китап урынына ысын автомат. Киров һәм Ленин райондарының сығарылыш уҡыусылары   хәрби күнекмәләр үтте,  автоматтан атырға өйрәнде.  Илнар Өфө радиоэлектроника  колледжының 3 курс студенты. Уҡыуҙы тамамлағас, ул  хәрби хеҙмәткә йыйына. Мылтыҡтан   атып ҡарағаным юҡ, шуға бер аҙ ҡаушата,ти егет. Шишмә районының атыш полигонында  ысын хәрби шарттар. Шаярыу, көлкөгә  урын юҡ. Башта хәүефһеҙлек техникаһы буйынса ҡыҫҡаса инструктаж.   Шлем кейергә,  9 кг ауырлыҡтағы бронежилетты тағырға инструкторҙар үҙҙәре ярҙам итә. Барыһы ла команда буйынса ғына башҡарыла. Һәр егеткә 6 хәрби патрон бирелә. Сәп 100 метр йыраҡлыҡта урынлашҡан.  Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  ошо сәпкә эләгергә кәрәк. Шулай ҙа төп маҡсат  — ҡорал менән эш итергә өйрәнеү. Хәрби күнекмәләрҙең әһәмиәте юғары, ти ойоштороусылар. Йыл дауамында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә алған белемде, хәрби шарттарҙа ғәмәлдә ҡуллана буласаҡ һалдаттар.   Сығарылыш уҡыусылары өсөн хәрби хеҙмәт алдынан был оло әҙерлек.  Бындай хәрби  күнекмәләр йыл һайын уҙғарыла. Был юлы Ленин һәм Киров районынан 1 мең 500-гә яҡын сығарылыш класс уҡыусыһы әҙерлек күнекмәләре үтте.   Хәрби йыйын5 көн дауам итәсәк. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була

Башҡортостан мәктәптәрендә быйыл тәүге ҡыңғырау байрамы ғәҙәти тәртиптә ойошторола. Был хаҡта фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғалиева Башҡортостан 24 каналында үткән "Хәйерле иртә, Республика" программаһында белдерҙе. Тантаналар асыҡ һауала үтәсәк. Балаларын яңы уҡыу йылы менән...

5 часов 36 минут назад
Илһөйәрҙәргә Гран-при | ГТРК «Башкортостан»

Илһөйәрҙәргә Гран-при

Пермь ҡалаһында хәрби-патриотик теле- һәм радиотапшырыуҙарҙың “Рәсәй ҡалҡаны” фестивале асылды. Быйыл ул 24-се тапҡыр ойошторолдо. Жюри ҡарамағына бөтә илдән 341 ижади эш тәҡдим ителде. Улар араһында Башҡортостан радиоһы эфирында даими эшләп килгән “Солнечный город” балалар проекты тапшырыуҙары ла...

4 августа 2021
Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы

Башҡортостандың башҡалаһында 3 августа һауа температураһы абсолют максимумдан артылды. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Көндөҙ Дим метеостанцияһында һауа температураһының 36,3 градусҡа етеүе теркәлгән. Алдағы рекорд 2000 йылда ҡуйылған ине. 21 йыл элек был көндө Өфөлә көндөҙ...

4 августа 2021
Смотреть видео Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу

Архангел районының Сикйылға ауылы янында оҫта  урта быуат осорондағы Асгардовка тигән үҙенсәлекле этноауыл төҙөй башлаған. Ял итеүселәр Викингтарҙың көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныша ала. Асгардовка ауылы хужаһы Никита Михайлов экскурсияны иртә урта быуат осоро тарихынан...

4 августа 2021
Смотреть видео Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы

Өфө аэропортында көйәрмәндәр Токио уйындарының көмөш призеры Тимур Сафинды ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса Башҡортостан спортсыһы өсөн был икенсе Олимпиада. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола ул алтын һәм бронза миҙалдар яулағайны. Төнгө авиарейстың  данлыҡлы пассажирын әсәһе Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы...

4 августа 2021
Смотреть видео Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.  | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.

Бер компонентлы препарат 6 майҙа рәсми теркәлеү үткәйне. Тик был вакцинаны теләгән һәр кем эшләтә алмай. Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә коронавирустан йәнә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.  Өфөнөң Башфармация келәте ошо көндәрҙә “Спутник-Лайт”...

4 августа 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай

Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә уҡыусыларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы аласаҡ. Улар уҡыу йортонда санитария-гигиена талаптары һағына баҫа. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, медицина белем биреү йорттарында уҡыған студенттар араһынан һайлап алынған инспекторҙарҙың әле исемлектәре раҫлана....

4 августа 2021
Танһыҡҡа -  ҡыҫтыбый | ГТРК «Башкортостан»

Танһыҡҡа - ҡыҫтыбый

Токиола иң һағындырғаны нимә икән? Фехтование буйынса  олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Япониянан башҡорт халҡының боронғо милли аҙығы – ҡыҫтыбыйҙы – һағынып ҡайтҡан. Был турала ул иң тәүҙә әсәһенә шылтыратып әйткән. Хәҙер иһә Башҡортостан спортсыһының яратҡан ризығы барығыҙға ла мәғлүм...

4 августа 2021
Рапира һәм... фортепиано | ГТРК «Башкортостан»

Рапира һәм... фортепиано

Рапира буйынса Олимпия чемпионы яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина уңышлы спортсы ғына түгел, ә музыкаға мөкиббән талантлы шәхес тә. Ярыштарға әҙерлек йыйындарына ул үҙе менән һәр ваҡыт күсмә фортепиано йөрөткәнен әйтте. Яратҡан музыка ҡоралын ул “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуына ла алып килгәйне....

4 августа 2021
Өфө йәштәренә эш тәҡдим ителә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө йәштәренә эш тәҡдим ителә

Иртәгә ҡалала йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Һөнәр һайлау, юридик мәсьәләләр буйынса консультациялар була. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

4 августа 2021
Яндекс.Метрика