Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күптән көтөлгән премьера

 Өфө сәхнәһендә тәүге тапҡыр Жюль Массненың «Дон Кихоты» яңғыраны. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың режиссер сифатында ҡуйған тәүге операһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып күрҙе. Театрҙың фойеһына инеү менән тамашасыны 16-сы быуаттағы Испания мөхите сорнап ала. Оркестр  башҡарған тере музыка, артистарҙың затлы, зауыҡлы кейемдәре шул дәүерҙең атмосфераһын еткерә. Барыһы ла яратҡан тамашасыбыҙ өсөн, ти театрҙың баш рәссамы Иван Складчиков. Яңы спектакль өсөн 300-гә яҡын костюм һәм 100-ләгән пар аяҡ кейеме тегелгән. Барыһы ла ҡулдан, улар өҫтөндә театрҙың тегеү һәм бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшләй.  Француз композиторы Жюль Массне Дон Кихот ролен махсус  билдәле бас Федор Шаляпин өсөн яҙған булған һәм Шаляпин уны тап Өфөлә башҡара. Бөгөн бер быуаттан һуң спектакль йәнә  башҡорт сәхнәһендә яңғырай. Был юлы төп партияны беҙҙең замандың билдәле басы– Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы. Дон Кихот ролендә ул тәүге тапҡыр түгел, ә бына режиссер булараҡ Дон Кихот операһы уның дебюты. Дульсинея партияһын Мәскәүҙең ҙур театрынан саҡырылған солист Елена Максимова башҡарҙы. Ә Санчо Пансо роле Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Копытов өсөн генә яҙылған кеүек. Спектаклгә саҡырыу алғас бер минут  та уйламай ризалашыуҙарын йәшермәй вокалистар. Сөнки Билдәле бас Асҡар Абдразаҡов етәкселегендә эшләү мауыҡтырғыс та еңел дә, ти улар. Тәүге режиссер эшен Асҡар Абдразаҡов үҙенең уҡытыусыһы, бик күп опера йырсыларын тәрбиәләгән Миләүшә Мортазинаға бағышлай. Уға быйыл 95 йәш тула. Мөхәббәт, бәхет һәм матурлыҡ менән сорналған спектакль театр репертуарында оҙаҡ барыр һәм ул Башҡалабыҙҙа ғына түгел башҡа сәхнәләрҙә лә уңыш ҡаҙаныуына ышана артистар. “Дон Кихот” операһы һис шикһеҙ республикалағы мөһим  һәм ҙур мәҙәни сараларҙың береһе. Пандемия арҡаһында уны әҙерләү өсөн 14 ай ваҡыт  киткән. Шуға ла премьерала аншлаг булыуына һәм  билеттарҙың күптән һатылып бөтөүенә аптырайһы түгел. Киләһе тамаша 18-е, 19 –сы майҙа.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Француздар башҡортса йырлай беләме? | ГТРК «Башкортостан»

Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында  уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты. Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа,  “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл  | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан...

8 июля 2021
Смотреть видео Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның...

8 июля 2021
Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

 Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы...

7 июля 2021
Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Яндекс.Метрика