Башҡортостан яңы инвесторҙар йәлеп итә

Оҙаҡламай  республика сиктәрендә ҡояшлы панелдәр етештереү буйынса  завод   һәм   ҡояшлы батареялар өсөн бормалы терәүҙәр етештереү заводы  төҙөләсәк.   Инвестиция күләме 2  млрд һумдан  ашыу, 120гә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ. Иҫләйһегеҙҙер, күптән түгел «Оптимум Солар Рус» һәм  «П Соларис» компанияларын берләштергән Венгрия инвесторы  “Алға” махсус иҡтисади зонаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Әлеге ваҡытта был проекттар әүҙем рәүештә тормошҡа ашырыла.  Ҡыҙыу көндәр  булыуға ҡарамаҫтан объектта эш ҡайнай. Ишимбай районы биләмәһендә оҙаҡламай автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы ҡалҡып сығасаҡ. Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” предприятиеһы “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып төҙөлөш эштәрен башланы. Бөтә төҙөлөш материалдары республика етештереүселәренән һатып алына.   Фабрика үҙенсәлекле проект буйынса төҙөлә. Алға махсус иҡдисади зонаһы Ишембай, Стәр­летамаҡ биләмәләренең бер өлөшөн – биш йөҙгә яҡын гектар ерен алып тора. Уларҙың яртыһынан ашыуы проекттар өсөн тәғәйенләнгән. Иң ҙур резиденттарҙың  береһе – Венгрия инвесторы.  Ул республика сиктәрендә ике инвестиция проекты   — ҡояшлы панелдәр етештереү буйынса  завод  һәм   ҡояшлы батареялар өсөн бормалы терәүҙәр етештереү заводы  төҙөй.  Ике проекттың инвестиция күләме  2 млрд 360 млн   һум тирәһе  120 — нән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бындай проекттар  углеродһыҙ энергетика системаларын үҫтереүгә булышлы итәсәк   эшҡыуарҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек  республикала “Алға” махсус иҡтисади зонаһы барлыҡҡа килде.  Тап ул урындағы ҡаҙнаға йөҙҙәрсә миллиард һум аҡса инвестициялау мөмкинлеген бирә.  Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, өҫтәмә хеҙмәт урындарын булдырыу маҡсатын ҡуя.  Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй, махсус иҡдисади зона сиктәрендә әленән-әле  яңы инвесторҙар йәлеп ителә,  эшҡыуарлыҡ климаты үҫә. Инвестициялар буйынса иң ҙуп резидент ”М-Синтез” компанияһы, потенциаль резиденттар араһында  Салават индустриаль паркы проектары.  Эш урындары булдырыу буйынса иң күләмлеһе — “Аркада” компаничһы проекты. Тегеү фабрикаһы 800гә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ. “Zasport” компанияһы иһә, 280 эш урыны менән тәъмин әтергә планлаштыра.  “Алға”  зонаһы республикаға  социаль һәм иҡдисади яҡтан тик  ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Хөкүмәттә белдереүҙәренсә, 2030 йылға тиклем  “Алға” зонаһы сиктәрендә 20гә яҡын яңы инновацион производство  йәлеп итеү планлаштырыла.  3000-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Проекттарҙың дөйөм күләме  — 125 мард. һумдан ашыу,  ә бюджет системаһына 70 млрд һумдан ашыу килем индереләсәк тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Француздар башҡортса йырлай беләме? | ГТРК «Башкортостан»

Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында  уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты. Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа,  “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл  | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан...

8 июля 2021
Смотреть видео Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның...

8 июля 2021
Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

 Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы...

7 июля 2021
Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Яндекс.Метрика