Быйыл Өфөнөң нисә пляжында һыу инергә мөмкин?

Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре йылға-күл төптәрен сүп-сарҙан таҙартыу эштәрен дауам итә. Бер көн эсендә генә ике-өс пляж тәртипкә килтерелә. Һыу төптәренән водолаздар ниндәй ҡалдыҡтар сығарған? Быйыл Өфөнөң нисә пляжында һыу инергә мөмкин? Йылға төбөн таҙартҡан осраҡта төрлө хәлдәргә тарырға мөмкин. Сүп-сарға аяҡтарҙың уралған осраҡтары ла бар, шуға ла водолаздар үҙ эшен белә, һыу төбөнә бөтә ҡәғиҙәләргә таянып, кәрәкле ҡоралдар менән төшә.  Бер водолаз һыу төбөндә булһа, икенсеһе страховкала тора. Ни бары бер нисә минут эсендә генә водолаз “табышҡа” тап була.  “Ҡояш яры” пляжында водолаздар йылға төбөн, ә пляж хеҙмәткәрҙәре ҡояшта ҡыҙыныу урындарын таҙарта, ял итеү урындарын тәртипкә килтерә. Шулай уҡ дератизация, дезинсекция һәм  дезинфекция үткәрелә.    Водолаздар йылға төбөн кәмендә өс сәғәт таҙарта. Пляжға кеше күп йөрөй. Шуға ла һаулыҡ өсөн зыян килтергән осло әйберҙәр, йәки быяла, тимер шунда уҡ юҡ ителә. Водолаздар бер көн эсендә ике-өс пляжды тәртипкә килтерә. Бынан тыш, һыу инеү миҙгеленең асылыуынан алда һәр бер пляжды мотлаҡ рәүештә махсус комиссия тикшерә. Көндәр эҫе торһа ла, йылға-күлдәрҙә температура түбән. Шуға ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа ял итмәҫкә, эскән килеш һыу инмәҫкә тигән ябай ҡәғиҙәләрҙе ҡотҡарыусылар һәр ваҡыт ҡабатлай. Статистика буйынса, 2020-се йылда, мәҫәлән, Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 118 кеше һәләк булған.  Күреүегеҙсә, ял итеү урындарына халыҡ йыйылғандан-йыйыла. Әйткәндәй, һыу инең миҙгеле 1 июндә башланасаҡ. Быға тиклем быйыл Өфөнөң ун пляжы сүп-сарҙан таҙартылыр, тип көтөлә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була

Башҡортостан мәктәптәрендә быйыл тәүге ҡыңғырау байрамы ғәҙәти тәртиптә ойошторола. Был хаҡта фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғалиева Башҡортостан 24 каналында үткән "Хәйерле иртә, Республика" программаһында белдерҙе. Тантаналар асыҡ һауала үтәсәк. Балаларын яңы уҡыу йылы менән...

4 часа 56 минут назад
Илһөйәрҙәргә Гран-при | ГТРК «Башкортостан»

Илһөйәрҙәргә Гран-при

Пермь ҡалаһында хәрби-патриотик теле- һәм радиотапшырыуҙарҙың “Рәсәй ҡалҡаны” фестивале асылды. Быйыл ул 24-се тапҡыр ойошторолдо. Жюри ҡарамағына бөтә илдән 341 ижади эш тәҡдим ителде. Улар араһында Башҡортостан радиоһы эфирында даими эшләп килгән “Солнечный город” балалар проекты тапшырыуҙары ла...

4 августа 2021
Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы

Башҡортостандың башҡалаһында 3 августа һауа температураһы абсолют максимумдан артылды. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Көндөҙ Дим метеостанцияһында һауа температураһының 36,3 градусҡа етеүе теркәлгән. Алдағы рекорд 2000 йылда ҡуйылған ине. 21 йыл элек был көндө Өфөлә көндөҙ...

4 августа 2021
Смотреть видео Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу

Архангел районының Сикйылға ауылы янында оҫта  урта быуат осорондағы Асгардовка тигән үҙенсәлекле этноауыл төҙөй башлаған. Ял итеүселәр Викингтарҙың көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныша ала. Асгардовка ауылы хужаһы Никита Михайлов экскурсияны иртә урта быуат осоро тарихынан...

4 августа 2021
Смотреть видео Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы

Өфө аэропортында көйәрмәндәр Токио уйындарының көмөш призеры Тимур Сафинды ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса Башҡортостан спортсыһы өсөн был икенсе Олимпиада. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола ул алтын һәм бронза миҙалдар яулағайны. Төнгө авиарейстың  данлыҡлы пассажирын әсәһе Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы...

4 августа 2021
Смотреть видео Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.  | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.

Бер компонентлы препарат 6 майҙа рәсми теркәлеү үткәйне. Тик был вакцинаны теләгән һәр кем эшләтә алмай. Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә коронавирустан йәнә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.  Өфөнөң Башфармация келәте ошо көндәрҙә “Спутник-Лайт”...

4 августа 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай

Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә уҡыусыларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы аласаҡ. Улар уҡыу йортонда санитария-гигиена талаптары һағына баҫа. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, медицина белем биреү йорттарында уҡыған студенттар араһынан һайлап алынған инспекторҙарҙың әле исемлектәре раҫлана....

4 августа 2021
Танһыҡҡа -  ҡыҫтыбый | ГТРК «Башкортостан»

Танһыҡҡа - ҡыҫтыбый

Токиола иң һағындырғаны нимә икән? Фехтование буйынса  олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Япониянан башҡорт халҡының боронғо милли аҙығы – ҡыҫтыбыйҙы – һағынып ҡайтҡан. Был турала ул иң тәүҙә әсәһенә шылтыратып әйткән. Хәҙер иһә Башҡортостан спортсыһының яратҡан ризығы барығыҙға ла мәғлүм...

4 августа 2021
Рапира һәм... фортепиано | ГТРК «Башкортостан»

Рапира һәм... фортепиано

Рапира буйынса Олимпия чемпионы яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина уңышлы спортсы ғына түгел, ә музыкаға мөкиббән талантлы шәхес тә. Ярыштарға әҙерлек йыйындарына ул үҙе менән һәр ваҡыт күсмә фортепиано йөрөткәнен әйтте. Яратҡан музыка ҡоралын ул “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуына ла алып килгәйне....

4 августа 2021
Өфө йәштәренә эш тәҡдим ителә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө йәштәренә эш тәҡдим ителә

Иртәгә ҡалала йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Һөнәр һайлау, юридик мәсьәләләр буйынса консультациялар була. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

4 августа 2021
Яндекс.Метрика