Аграрийҙар мал аҙығы әҙерләй, уҡыусылар имтихандар тапшыра

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә башлыса май айына хас хәстәрлектәр тураһында һүҙ барҙы. Төбәк йәшәйешенең һәр тармағына ҡағылған бар мәғлүмәтте бер урында туплап дәүләт органдарының төрлө кимәлендәге эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат иткән Төбәк идара үҙәге цифралы платформаһы ике аҙнанан өр яңы бинаға күсергә әҙерләнә. Хөкүмәт Йорто эргәһендәге 6200 квадрат метр майҙандағы бина үткән йылдың октябрендә төҙөлә башлағайны. Премьер-министр белдереүенсә, Үҙәктә барыһы ла әҙер, бер ни тиклем техник йыһаздар мәсьәләһен хәл итәһе генә ҡалған. Төбәктәге оператив хәл буйынса тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау министрының мәғлүмәте тыңлана. Максим Забелин коронавирус инфекцияһын Башҡортостанда пандемия башланғандан алып 37574 кеше йоҡторған, шуларҙың 95 үткән тәүлек эсендә, тип белдерә. Сирлеләрҙең 94 проценты  уңышлы һауыҡҡан. Бөгөнгә стационарҙа 141, табип ҡарамағында өйҙә 1559 сирле дауалана. Ковидҡа ҡаршы вакцинаның төбәктә 386374 миҡдары ҡабул ителгән, июнь айында йәнә 200 мең вакцина көтөлә. Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева һүҙҙәренә ҡарағанда шылтыратыусыларҙың күбеһе тест тапшырыу шарттары менән ҡыҙыҡһына. Икенсе һорау – вакцинаның  беренсе компонентын алып, икенсеһен яһатыр мәлгә башҡа төбәктә ҡалғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә. Бөгөнгә үҙәк йәмғеһе 83312 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Коронавирусҡа сик ҡуйыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация, тине республика башлығы. Республикала йәнә малярия осрағы теркәлгән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, ватандашыбыҙ уны Африканан алып ҡайтҡан, үҙенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, пациент дауа учреждениеһында. Төбәктә торған эҫе көндәр баҫыу үҫемлектәренә кире йоғонто яһай. Ҡый үләндәре менән ҡоротҡостар иһә киреһенсә, әүҙем үҫешә. Илшат Фазрахманов ошо сәбәпле буласаҡ уңыш күләме түбәнәйеүе ихтимал, тип белдерҙе. Хужалыҡтар ошо аҙнанала сәсеүҙе тамамлап, май айына хас түгел бурысҡа – мал аҙығы әҙерләүгә — тотонорға йыйына. Механизаторҙар дүшәмбенән үлән сабырға төшә.  Мәктәп уҡыусылары иһә дүшәмбе рус теленән  төп дәүләт имтиханын яҙҙы. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә 2021 йылда туғыҙынсы класты тамамлаусылар бары ике — рус теле һәм математиканан имтихан тапшыра. Дәүләт аттестацияһын тапшырыусы 41279 уҡыусы теркәлгән. 11 класты тамамлаусылар араһында иһә 1302 бала Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан баш тартҡан. Был уларҙың ирекле ихтыяры, имтихандарҙың был төрөн уҡыуын артабан юғары белем биреү йортонда дауам итергә ниәтләгәндәр генә тапшыра. Ундайҙарҙың һаны 17690. Информатиканан имтихан тапшырыусылар өсөн яңылыҡ та бар. Башҡортостандың сит илдәр менән тауар әйләнеше үткән йыл менән сағыштырғанда 14 процентҡа артып 1 миллиард доллар тәшкил иткән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева белдереүенсә был өлкәлә уңыштарға төбәктә ойошторолған “Тиҙ экспорт ярҙам” проекты һәм Башҡортостан стендтарының Халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәләрендә ҡатнашыуын тергеҙеү булышлыҡ иткән. Ошо көндәрҙә Өфө “2.0 экспорт стандартын индереү мәсьәләләре”нә арналған кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Радий Хәбиров республикала “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек” комплексын үҫтереү буйынса йөкләмә лә әҙерләнәсәк, тип белдерҙе. Физкультура һәм спорт йүнәлешле был комплексты төбәктә бойомға ашырыу барышы менән йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов таныштырҙы. 2024 йылға тиклем ГТО майҙандарын йыһазландырыуға 29 миллион һум аҡса бүленә. Бындай үҙәктәр республиканың һәр муниципалитетында буласаҡ. Әлегә ГТО комплексының электрон базаһында 515 мең кеше теркәлһә, спорт министрлығы йыл аҙағына был һанды 550 меңгә еткерергә ниәтләй. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы муниципалитеттарҙы рекламаны электрон һатыу иҫәбенә килем алырға өндәй. Был йәһәттән ул Октябрьский ҡалаһы тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итә. Максим Ульчев фекеренсә, тышҡы реклама майҙандарын электрон һатыуға сығарыу конкуренция мөхитен яҡшыртыу һәм ҡаҙнаны байытыу сараһы. Радий Хәбиров агентлыҡ етәксеһен муниципалитет етәкселәре менән уҡыуҙар ойошторорға саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә киләһе йәй айҙарында төбәк семинарҙарына әҙерлек сиктәрендә ауыл хужалығы белгестәре өсөн мөһим тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны тип танылған “Баҫыу көндәрен” ойоштороу һәм һыу буйҙарында ял урындарын тәртипкә килтереү тураһында ла килешелде. 2021 йылда “Баҫыу көнө” уңайынан биш районда үҫемселек буйынса күрһәтмә майҙандар ҡорола. Пляждар иһә беренсе июндән асылырға тейеш. Быйыл уларҙың һаны үткән йылдағынан өс тиҫтәгә күберәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Француздар башҡортса йырлай беләме? | ГТРК «Башкортостан»

Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында  уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты. Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа,  “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл  | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан...

8 июля 2021
Смотреть видео Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның...

8 июля 2021
Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

 Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы...

7 июля 2021
Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Яндекс.Метрика