Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары барлыҡҡа килде

Уның исемен оператив кәңәшмәлә иғлан иттеләр. Ултырышта баш ҡала ярҙары буйлап Өфө муйынсағы тип аталған проект менән таныштырҙылар. Ул йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл төҙөүҙе күҙаллай. Шулай уҡ вакцинация, төҙөлөш, пляждар һәм балалар ялы ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде. Оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековтың сығышынан башланды. Ул үҙенең беренсе урынбаҫары менән таныштырҙы. Был вазифаға Марат Ғәйфуллин тәғәйенләнде. Ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тирә яҡты тәртипкә килтереү, транспорт мәсьәләләре өсөн яуаплы буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә реконструкция дауам итә. Бында эштәр алдан билдәләнгән график буйынса, ике сменала алып барыла. Майҙансыҡта 82 кеше эшләй, 17 берәмек техника йәлеп ителгән. Объект сафҡа инеү менән Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәүеленең транспортты үткәреү һәләте 27 процентҡа артасаҡ. Кәңәшмәлә халыҡты вакцинациялау мәсьәләһе лә күтәрелде. Баш ҡалала 580 меңдән ашыу кешегә коронавирустан прививка эшләтергә уйлайҙар. Бөгөнгә 115 меңе беренсеһен, 90 мең самаһы икенсе компонентын эшләткән. Ултырышта предприятие етәкселәренә хеҙмәткәрҙәре араһында вакцинация тураһында аңлатыу эшен алып барырға ҡушылды. Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә әҙерлек бара. 1-се июндә баш ҡаланың бөтә майҙансыҡтарында ла тиерлек балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Ҡайһы берәүҙәре эпидемия хәленә бәйле онлайн форматта ойошторола.  Көндәр эҫе тороу сәбәпле халыҡҡа һаҡланыу саралары тураһында ла аңлатып киттеләр. Доклад менән 5-се балалар поликлиникаһы педиатры Валерий Мөрсәлимов сығыш яһаны. Бындай шарттарҙа тышҡа һирәк сығырға, еңел кейенергә, һыу эсергә кәңәш итә табиптар. 1-се июндән һыу инеү миҙгеле башлана. Быйыл Өфөлә халыҡтың именлеген тәьмин итеү һәм ялын ойоштороу йәһәтенән 10 зона асыу планлаштырылған. Ошо көндәрҙә махсус комиссия уларҙың әҙерлеген, документтарын һәм кәрәкле инвентарын тикшерә. Рәсми пляждарҙа иртәнге сәғәт 10-дан ҡотҡарыусылар эшләйәсәк. Район хакимиәте башлыҡтары ял зоналары тураһында отчет бирҙе. Өфө Дан бульварын һәм Муса Гәрәев исемендәге скверҙы тәртипкә килтереү өсөн федераль үҙәктән аҡсаға өмөт итә ала. Бында бер-нисә матур проектты киләһе йылда уҡ тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ, тине Сергей Греков. Ул халыҡты әүҙемерәк тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп...

25 июля 2021
Смотреть видео Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен...

25 июля 2021
Смотреть видео Комсомол урамы ҡасан асыла? | ГТРК «Башкортостан»

Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың  257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала  хакимиәтендә  үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы...

25 июля 2021
Смотреть видео Дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт ярҙамы

Ҡырмыҫҡалы районында  “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән   яңы  дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек  пластик һауыттарҙың...

25 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Республика дауалау-физкультура диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Лилиә Прокофьева ла улар рәтендә. Бер йыл элек 80...

25 июля 2021
Смотреть видео Вакцина эшләт | ГТРК «Башкортостан»

Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. ...

25 июля 2021
Смотреть видео Быуат төҙөлөшө дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты...

25 июля 2021
Смотреть видео Толпар нимәгә иҫәп тота? | ГТРК «Башкортостан»

Толпар нимәгә иҫәп тота?

“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип...

25 июля 2021
Смотреть видео Пособие юллау тәртибе | ГТРК «Башкортостан»

Пособие юллау тәртибе

Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы - 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала...

25 июля 2021
Смотреть видео Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип...

25 июля 2021
Яндекс.Метрика