“Зифа”, “Луч” онтаҡтары үҙ ҡулланыусыһын яңынан яулай

Силәбе өлкәһе кибеттәренә “Зифа” онтағы тейәлгән тәүге ике йөк машинаһы оҙатылған. Тимәк,  Стәрлетамаҡ синтетик йыуыу саралары үҙ ҡулланыусыһын яңынан яулай. Лилиә Йәнбәкованың “Сода” компанияһында эшләгәненә быйыл теүәл 30 йыл тулыр ине, әммә өс йыл элек ҡатынға, синтетик йыуыу саралары цехы ябылыу сәбәпле, хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә бөгөн ул яратҡан эше менән береккән коллективына кире ҡайтҡанына шат. Компанияның Эколь етештереү линияһы эшмәкәрлеген яңынан башланы. Эшселәрҙең дә элекке составының яртыһы саҡырып алынған. Кер йыуыу онтағының бер цехта эске тултырмаһы әзерләнһә,  икенсеһендә тышҡы ҡиәфәте хәстәрләнә. Тәүгеһе тәүлек әйләнәһенә, икенсеһе әлегә ике сменалап эшләй. эшселәр һаны 125. Нәфисә Кинйәбаева   Был цехта кер йыуыу онтағы ҡапсыҡтарға тултырып складҡа оҙатыла. Әлегә көнөнә 50 тоннаға тиклем онтаҡ әҙерләнә. Стәрлетамаҡ порошогына ихтыяж үҫһә етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге лә бар. Зифа, Луч брендлы  онтаҡтар 20 килограмлы эре ҡапсыҡтарға, 2 кило 400 грамлык полиэтилен тоҡсаларға һәм 400-550 грамлыҡ ҡатырға ҡаптарға ваҡлап тултырыла. Линияны тергеҙеү мохтажлығы тыуғас элекке йыһаздар төҙөкләндерелеп ремонт яһалған. Бөгөн белгестәр кер йыуыу онтағының төрҙәрен киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу тураһында етди уйлана. Хәйер, Зифаның сифаты электән билдәле. Керҙе ҡул менән йыуаһыңмы, автоматмы, эконом класмы, Стәрлетамаҡ порошогының таҙартыу һәләтен хужабикәләр юғары баһалай. Цех ветераны Вера Милова, мәҫәлән,  үҙҙәре етештергән кер йыуыу сараһын беренсенән составын яҡшы белгән өсөн, икенсенән оҙаҡ йылдар һыналған сифаттары өсөн ҡуллана. Ҡулланыусыларҙың ыңғай баһаһы тураһында “Эколь”дың тауар һатыу идаралығы ла хәбәрҙар. Силәбе өлкәһендә тергеҙелгән цех продукцияһының тағы бер партияһына заказ ҡабул ителгән. Ҡалала етештерелгән тауарҙар менән борондан ғорурланырға күнеккән Стәрлетамаҡ халҡы иһә Зифа порошогының яңынан сығарыла башлауы тураһындағы мәғлүмәтте һөйөнөп ҡабул итә. Беҙгә осраҡлы ғына тап булған Әлфиә ханым Содала етештерелгән кер йыуыу сараларын сауҙа нөктәләренең төрлөһөнән эҙләп һатып ала. Башҡортостан етештереүселәренең конкуренцияға бирешмәҫ тауар эшләп сығарыу теләген төбәк етәкселеге хуплап ҡына ҡалмай, дәүләт яғынан етди ярҙам күрһәтә.  Республика башлығы үткән йылдың октябрендә Башҡорт сода компанияһының үҫеш йүнәлештәрен билдәләп аныҡ йөкләмәләр биргәйне. Синтетик йыуыу саралары етештереүҙе тергеҙеү уларҙың бер өлөшө генә. “Сода”ла ғәмәлдәгеләрен яңыртыу һәм өр яңы етештереү линияларын сафҡа индереү буйынса ҙур проекттар бойомға ашырыла. Предприятие ҡаланың социаль  инфраструктураһын үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоно кәметеү программаларын да күҙ уңында тота. Радий Хәбиров БСКның дөйөм инвестициялар портфелендә бөгөнгә 150 миллиард һум тирәһе аҡса бар, тип белдерҙе.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Француздар башҡортса йырлай беләме? | ГТРК «Башкортостан»

Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында  уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты. Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа,  “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл  | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан...

8 июля 2021
Смотреть видео Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның...

8 июля 2021
Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

 Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы...

7 июля 2021
Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Яндекс.Метрика