Башҡоростан халыҡ-ара форум – фольклориадаға әҙерләнә

 Был сара мәҙәни тамашалар түгел, был олимпиадаға тиң осрашыу. Июлдә республика донъның 48 дәүләтенән делегация ҡабул итәсәк. Бөгөнгә 45 ил үҙ артистарының нисек һәм ҡасан киләсәге тураһында мәғлүмәттәрен ебәргән. Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив  кәңәшмәлә әйтелде. Дүшәмбе ултырышында мәҙәниәткә бәйле байтаҡ һорауҙар ҡаралды. Ошо өлкәгә ҡағылышлы тағы бер мәғлүмәт. Өфөлә, Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын яңы экспонаттар менән тулыландырыу. Башҡортостан, ниһәйәт, ике йылға беренсе тапҡыр һабантуйҙарҙы ҡаршылай. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы эпидемиологик шарттарҙы тейешенсә үтәгәндә генә уҙа. Сөнки, коронавирус һаман сигенмәй. Башҡортостанда был сирҙе йоҡтороусолар һаны 36 меңдән ашты. Үткәрелгән тестар 3 миллиондан ашыу. Махсус клиникаларҙағы урындарҙың 70 проценты тулы булһа, 273 меңдән ашыу пациент вакцинаның ике компонентын алған. Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарын вакцинацияға айырым иғтибар бүлергә бойорҙо. Ә бына Өфө хакимиәтендә тағы үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Баш ҡала етәксеһенең торлаҡ-коммуналь, төҙөкләндереү һәм транспорт буйынса беренсе урынбаҫарын эштән ҡыуыуҙары мөмкин. Радий Хәбиров баш ҡаланы таҙартыу менән бөтөнләй риза түгел. Тәртип урынлаштырыу өсөн республика етәксеһе Өфө мэрияһына 1 аҙна ваҡыт бирә. Башҡоростандың хәҙер туризмды үҫтереү буйынса үҙ программаһы буласаҡ. 2035-се йылға тиклем иҫәпләнгән был документ стратегик тип иҫәпләнә. Республика хәҙер “Ҙур Урал”  проектына ла ҡушыла. Силәбе, Свердловский өлкәләре менән бергә Башҡортостан башҡа субьекттарҙан килгән туристар өсөн үҙ маршруттарын тәҡдим итә. Тик был эштең башы ғына. Радий Хәбиров өлкән йәштәгеләр өсөн эске туризмды үҫтереү яғында. Башҡортостан башлығы министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәрен уның менә шаярмаҫҡа саҡыра. Уның сәбәбе — юлға һалынған билдәләр. Айырым райондарҙа ул емерек трассалар өҫтөн буяп сығыу булып ҡала. Республика ҡояш нурынан электр энергияһы туплаған станциялар һанын арттырыу яғында. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, ағас эшкәртеү системаһын яйға һалыу, уларҙың барыһы ла иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итергә бурыслы. Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға йылы аш биреү иғтибарҙа ҡала. Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев әйтеүенсә, сентябрҙән 2 меңгә яҡын белем усағы ашханаһы уҡыусыларҙы аатыу өсөн әҙер булырға тейеш. Башҡортостан хөкүмәтендәге ултырышта студенттарҙы йәй миҙгелендә эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Республика ойошмалары бөгөнгә 2 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итһә лә, күп кенә уҡыу йорттары студенттарын төҙөлөш отрядтарына ебәрергә әҙер түгел.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

7 часов 11 минут назад
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

7 часов 11 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

7 часов 12 минут назад
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

7 часов 13 минут назад
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

7 часов 13 минут назад
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

7 часов 14 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

7 часов 15 минут назад
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

7 часов 15 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

7 часов 16 минут назад
Смотреть видео Һайлауға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауға әҙерлек башланды

Сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар барышын Башҡортостанда партиялар йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күҙәтәсәк. Өфөлә сәйәси кампанияға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алған 10 сәйәси фирҡә вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт Думаһына...

7 часов 16 минут назад
Яндекс.Метрика