Радий Хәбиров Мәсетлеләге аварияла зыян күреүселәргә ярҙам вәғәҙәләне

Саҡмағоштан һуң Радий Хәбиров Мәсетле районына юл тотто. Яңы Мөслим ауылында булған авария сәфәргә төп сәбәпсе ине. Ауыл халҡын борсоған һәм ниҙер кимәлдә фажиғәгә сәбәп булған мәсьәләләр хәл ителәсәк тине республика башлығы. Был тетрәндергес кадрҙарҙы хәҙер хоҡуҡ һаҡсылары өйрәнә. Тойота Авенсис автомобиле юғары тиҙлектә 8 кеше тейәгән егелгән ат арбаһына килеп төкөй. 5 кеше йәрәхәт ала, икәүһе дауаханала, пенсионер уҡытыусының аяғын ҡырҡырға тура килә. Урындағы фольклор ансамбле «Ҡарға бутҡаһы» һәм «Кәкүк сәйе» байрамдарын уҙғарыр өсөн ауыл янындағы Фазыл шишмәһенә китеп барғаны билдәле. Оло юлдан боролған урында юл киҫелеше булыуын иҫкәрткән тамға бар, тик водителдең нимә уйлап ҡыуып килгәне аңлашылмай тип аптырай ауыл халҡы. Сәлимйән Хәкимов ат арбаһында баян уйнап барған була.  Юл фажиғәһе ауылдың күптән хәл ителмәгән мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҙәниәт йорто булһа күп сараларҙы шунда ғына уҙғарыр инек ти Яңы Мөслимдә йәшәүселәр.  Ярты емерек ике бинаны ла һүтергә, мәҙәниәт йортоноң иҫкеһе урынына яңыһын төҙөргә. Радий Хәбиров Яңы Мөслимдәрҙең теләген тиҙ арала хәл итергә вәғәҙәләне. Аварияла йәрәхәт алғандар ҙа ярҙамдан ситтә ҡалмаясаҡ. Ваҡиғала зыян күреп һуйырға тура килгән ат хужаһына ла йылҡы алып бирәсәктәр. Район үҙәгенә яҡын урынлашҡан ауылда Республика Башлығы ярҙамынан башҡа тиҙ хәл ителмәйәсәк проблемалар бихисап. Мәсьәләнең киҫкенләре юл менән дә бәйле. Үҙәк урамда автомобиль хәрәкәте көслө өҫтәүенә йөк машиналары бер туҡтауһыҙ үтә бында. Юлдарҙы тәртипкә килтереү мөмкин булғанса быйыл йәй хәл ителә башлай. Меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылда хакимиәт булыуын да теләй халыҡ Радий Хәбиров чиновниктар һанын арттырыу яҡлы түгел, бергәләп старосталыҡ институтын камиллаштырырға килешелде. Әйткәндәй, йыйылыш үткән парк әле генә урындағы башланғыстар программаһы буйынса төҙөкләндерелгән, Республика етәксеһе уны тағы ла йәшелләндереп уйын һәм спорт майҙансыҡтары менән тулыландырырға вәғәҙәләне.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Француздар башҡортса йырлай беләме? | ГТРК «Башкортостан»

Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында  уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты. Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа,  “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл  | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан...

8 июля 2021
Смотреть видео Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның...

8 июля 2021
Смотреть видео Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?

Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам...

8 июля 2021
Смотреть видео Аҡбуҙатка һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

 Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы...

7 июля 2021
Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Яндекс.Метрика