Башҡортостан 122 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөнө

Тулыраҡ: Башҡортостан 122 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөнө

Инветорҙар өсөн иң уңайлы төбәктәр исемлегендә республика яҡшы ынтылыш яһай. Петербург иҡтисад форумын йомғаҡлап ошолар әйтелде Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ағымдағы аҙнаға бурыс-маҡсаттарҙы билдәләр Оператив кәңәшмә йола буйынса үткәненә йомғаҡ һүҙенән асылды. Йомғаҡлар һөҙөмтәләрҙең иң мөһимен Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара иҡтисад форумынан алып ҡайтты. Республика беренсе тапҡыр “Инвестиция климаты буйынса милли рейтингта” 5-се баҫҡысҡа етте. “Стратегик инциативалар агентлығы” төҙөгән исемлек тәү сиратта фән һәм бизнес күҙлегенән төбәктең инвестициялар өсөн асыҡ булыуын, уңайлы шарттар тыуҙырыуын һәм хәүефһеҙлек кимәленән сығып баһалана. Ә төбәктең был тәңгәлдәге уңыштарын үҙ сығышында ил Президенты Владимир Путин телгә алыуы ғорурлыҡ менән бергә яуаплылыҡ та өҫтәй. Форум сиктәрендә 122 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәре төҙөлгән. Башҡортостан быйыл Петербург форумында ҙур экспозиция тәҡдим итте. Төп стенд булараҡ күрһәтелгән “Республика менән идара итеү үҙәге” хәҙер башҡа төбәктәр өсөн өлгө, улар был тәжрибәне килеп тәрәндән өйрәнергә теләй. Хеҙмәттәшлек итергә теләк белдереүселәр араһында эре бизнес, хатта Пепсико һәм Марс кеүек трансмилли корпорациялар бар. Нигеҙ һалынған, хәҙер мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса инвесторҙар менән әүҙем эшләргә тигән йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров башҡарма властағы барлыҡ етәкселәргә. Петербург форумынан билдәле тағы бер яңылыҡ – Рәсәйҙә льготалы ипотека бер йылға оҙайтыла. Владимир Путин иғлан иткән хәбәргә Башҡортостандың тәүге 4 айлыҡҡа статистикаһы ла тамам килде – төҙөлөш был ваҡыт арауығында 31,7 процентҡа артҡан. Дәүләт программаһының оҙайтылыуы күләмде тағы ла арттырасаҡ, әммә социаль объекттар тураһында ла онотмаҫҡа сағңҡырҙы Радий Хәбиров. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарының ял итеү үҙәгенә әйләнә барған Ағиҙел ярында эштәрҙе тамамларға ваҡыт. Яңы ҡоролма хәҙер гидротехник функция ғына үтәп ҡалмай, бында көн дә әүҙем саралар үтә. Ял көндәрендә 4 меңгә яҡын кеше йыйыла. Әле ҡала хакимиәте саралар календары әҙерләй: фестивалдәр, һәүәҫкәр сығыштар, асыҡ фитнес тренировка, ижади осрашыуҙар һ.б. 12 июнь Рәсәй көнө, ҡаланың һәм Салауат Юлаевтың тыуған көндәре уңайынан күпселек саралар яр буйына төшә.Әйткәндәй, был аҙна ахырына тап килгән байрам сараларына етди әҙерләнергә, һәр район-ҡалала тамашалар ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Иң мөһиме улар эпидимиологик талаптарҙы үтәп башҡарылырға тейеш. Эпидимиологик хәлгә килгәндә, коронавирус менән сирләүселәр статистикаһы тотороҡло ҡала. Көн һайын 90-100 кешелә КОВИД19 асыҡлана. Дауаханалдарҙа ятыусылар һаны кәмей, әммә койка фонды ҡыҫҡартылмай, сөнки Башҡортостан йәйгә күләмле саралар ҡабул итергә әҙерләнә. Июль башында 50-гә яҡын дәүләттән вәкилдәр Фольклоридаға йыйыла, ай аҙағында Өфөлә Ворлд Скиллс йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты Өфөлә үтә.