Офтальмологияла иң алдынғы операцияны онлайн

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары донъяның төрлө тарафында эшләгән мең ярымдан ашыу хеҙмәттәшенә офтальмологияла иң алдынғы операцияны онлайн башҡарып күрһәтте. Тәжрибә уртаҡлашыу “Көнсығыш-Көнбайыш” Халыҡ-ара конференция барышында ойошторолдо. Быйыл офтальмологтар ҡоро Башҡортостандың башҡалаһында ун беренсе тапҡыр үтте. Фәнил Ғәбитов күреү һәләтенең ҡапыл насарайыуын быйыл март айында тоя. Катаракта икәнен аңлағас, ҡыҙы уны донъяға танылған Өфө офтальмологтарына етәкләп, тигәндәй, килтерә. Табип тикшеренеүҙәре, операцияға әҙерлек ике аҙна самаһы ваҡыт талап итә. Бөгөн иһә Фәнил ағай оҫта хирургтарға ихлас рәхмәт әйтеп ауылына, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға әҙерләнә. Стационарҙың операция бүлмәһендә иһә ошондай уҡ пациенттар ошондай уҡ операция көтә. Ирина Сәйетгәрәеваны күҙенә наркоз тамыҙған мәлдә осраттыҡ. Тулҡынланыу, ә дөрөҫөрәге ҡурҡыу тойғоһо бар ине, ти ханым. Катарактаны фемтосекундлы лазер ярҙамында бөтөрөү ысулын Өфө офтальмологтары 2012 йылдан башлап ҡуллана. Уникаль аппарат Өфөлә тик күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында бар. Робот-лазерҙың өҫтөнлөгө шунда – ул күреү һәләтен башҡа төрлө операциялар тыйылған пациенттарға ла ҡайтара ала. Өфө офтальмологтарының тап ошо төр операцияһын Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашҡан меңәрләгән табип күҙәтте. “Көнсығыш-Көнбайыш” форумы быйыл күҙ ауырыуҙары институты асылыуға 95 йыл тулыуға арналды. Быуатҡа яҡын эшмәкәрлек дәүерендә табиптар донъя кимәлендә уртаҡлашыр тәжрибә туплаған. Онлайн конференция бер юлы ике залда бара. Фәнни лекцияларҙы Рәсәй һәм донъяның танылған офтальмологтары уҡый. Инглиз теленә синхрон тәржемә ҡаралған.  Табиптар күҙ ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Яңы коронавирус инфекцияның күреү һәләтенә яһаған йоғонтоһо ла бөгөн фәнни тикшеренеү темаһы. Ғилми тикшеренеүҙәр күҙ ауырыуҙары институтының төп эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе. Әлеге ваҡытта Өфө институты заман талаптарына яуап биргән операциялар иҫәбе буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Операцияларҙың һаны һуңғы йылдарҙа 4 ярым тапҡырға артҡан. Табиптар йылына 40 меңгә яҡын ҡатмарлы операция яһай. Хирургия ярҙамын бында Рәсәйҙең һәр төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән мөрәжәғәт иткәндәр ала. Катарактаны фемтосекундлы лазер ярҙамында бөтөрөү ысулын ҡулланып яһалғаны иһә республика халҡы өсөн бушлай.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

1 час 42 минуты назад
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

1 час 43 минуты назад
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

1 час 43 минуты назад
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

1 час 44 минуты назад
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Смотреть видео Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды

Махсус техника  ”Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә  Рәсәй көнө уңайынан тапшырылды. Алты модернизацияланған автоцистерна   Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө, Белорет, Нуриман, Туймазы райондарына юлланасаҡ. Йыл башынан  алып  республика...

15 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “...

15 июня 2021
Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Яндекс.Метрика