80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр

 Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Бөгөн үҙәк нисек эшләй һәм республика халҡы ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Фирҙәүес Таңғатарова ковидка ҡаршы ситуация үҙәгендә беренсе көндән алып эшләй. Һөнәре буйынса китапханасы, әммә коронавирусҡа бәйле һорауҙарға яуап табырға ярҙам иткән колл-үҙәккә эшкә барырға тәҡдим иткәстәр, шунда уҡ ризалаштым, ти ул. Уҡытыусылар, табиптар, психологтар — ковидка ҡаршы ситуация үҙәге төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Колл-үҙәк операторҙары булып беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә эшләне. Ноябрь айынан бөгөнгөсә ковидка ҡаршы ситуация үҙәге 80 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Тәүҙә республика халҡы амбулатор ярҙам алыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итһә, хәҙер шылтыратыуҙарҙың күпселеге вакциянацияға бәйле. Йыл башында бер сменала 75 оператор эшләгән. Әле колл-үҙәктә алты оператор көн даумында шылтыратыуҙар ҡабул итә. Мөрәжәғәттәр һаны ла кәмегән. 3 меңдән 600-гә тиклем төшкән. “Торатау” конгресс-холлында урынлашҡан ковидҡа каршы ситуация үҙәге оҙаҡламай республика менән идара итеү үҙәгенә күсереләсәк. Бының турала республика Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Смотреть видео 80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр | ГТРК «Башкортостан»

80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр

 Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Бөгөн үҙәк нисек эшләй һәм республика халҡы ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Фирҙәүес Таңғатарова ковидка ҡаршы ситуация үҙәгендә беренсе көндән алып эшләй. Һөнәре буйынса китапханасы, әммә...

9 июня 2021
Смотреть видео Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы ултырыш һәм байрам кисәһе үтте. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Уҙған йыл ауыр булды. Пандемия менән көрәшкә табиптар менән бергә социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә сыҡты. Ҡатмарлы эшегеҙҙә уңыштар һәм оло рәхмәтемде белдерәм”, тине үҙ сығышында...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика