Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Төҙөүселәр ошо көндәрҙә өрлөк һалып сыҡты. Был иң ауыр һәм мөһим эштәрҙең береһе. Быйыл юл киҫелеше ябылғас, водительдәргә тығындарҙа ултырырға тура килде, авариялар һаны ла бихисап ине. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең күбеһе юлдың ябылыуына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Был уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн ремонт барышын республика етәксеһе тиҙләйтергә ҡушты. Эш барышы төбәк хөкүмәте һәм баш ҡала мэрияһы контролендә. Реконструкция, күренеүенсә, бик әүҙем бара. Урындағы хеҙмәткәрҙәр әле юл һыҙаты буйынса эштәрҙе тамамлап килә. Әйткәндәй, иҫләүебеҙсә, бында элек ни бары дүрт юл һыҙаты бар ине, быйыл иһә тағы ике һыҙатҡа киңәйтеләсәк. Был иһә транспорт үткәреү мөмкинлеген арттырыр, тип көтөлә. Объект сафҡа инеү менән Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәүеленең машиналар йөрөү һәләте 30 процентҡа тиклем артасаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспектында юл сиселеше 15 августа файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.
Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?
Тулыраҡ: Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?