Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин буласаҡ. Илдар Кәбиров  уникаль биоматериал менән таныштыра. Һыуытҡыста   коронавирус менән сирләгән пациенттарың ҡан өлгөләре. Бөтәһе 10 меңдән ашыу проба. Үткән йыл ковид госпиталь асылыу менән БДМУ клиникаһында биологик банк  та үҙ эшен башлаған.   Хеҙмәттәшлек итеүгә меңдән ашыу кеше ризалыҡ белдергән. Биоматериал ауыр хәлдә булған пациенттарҙан ғына алынған.  Йыйылған өлгөләр ярҙамында вирустың  теге йәки был ағзаларға булған тәьҫирен ентекле өйрәнергә мөмкин, ти биобанк хеҙмәткәрҙәре.  Пробалар араһында айырыуса ҡиммәтлеләре бар. Биологик банкта ҡан өлгөләре тиҫтә йылдар һаҡлана ала. Уның  бер өлөшө күҙәнәктәр культураһы лабораторияһына оҙатыла. Әҙер сеймалды  ғилми хеҙмәткәрҙәр ентекле өйрәнә. Лабораторияла етди эш бара.  Ғилми хеҙмәткәрҙәр вирус  күҙәнәктәрен быға тиклем  тикшерелмәгән туҡымаларҙа эҙләй. Контролдә тотоу, тимәк вирустан бер аҙым алда булыу. Төп маҡсат -  ағзаларҙың зарарланыу механизмын асыҡлау һәм етди эҙемтәләргә юл ҡуймау, ти лаборатория хеҙмәткәрҙәре. Ысулдарҙың иң һөҙөмтәлеһе — генетик кимәлдә тикшереү.  Пациентты дауалау ысулын  генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайлау, шәхси медицинаға күсергә мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә ғалимдар. Дөйөм тикшереүҙең тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Сирҙең  эҙемтәләрен, теге йәки был ағзаға тәьҫирен  ябай анализ ярҙамында ғына ла күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин буласаҡ. БДМУ клиникаһында  етди тикшереүҙәр менән бер рәттән, әһәмите яғынан бер ҙә ҡалышмаған эш  — вакцинация әүҙем бара.  18 йәше тулмаған һәр кем коронавирусҡа ҡаршы  прививка эшләтә ала.  Әлеге ваҡытта республикала  300 меңдән меңдән ашыц кеше тотош иммунизия үткән һәм был һан көндән-көн арта. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Смотреть видео 80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр | ГТРК «Башкортостан»

80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр

 Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Бөгөн үҙәк нисек эшләй һәм республика халҡы ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Фирҙәүес Таңғатарова ковидка ҡаршы ситуация үҙәгендә беренсе көндән алып эшләй. Һөнәре буйынса китапханасы, әммә...

9 июня 2021
Смотреть видео Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы ултырыш һәм байрам кисәһе үтте. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Уҙған йыл ауыр булды. Пандемия менән көрәшкә табиптар менән бергә социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә сыҡты. Ҡатмарлы эшегеҙҙә уңыштар һәм оло рәхмәтемде белдерәм”, тине үҙ сығышында...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика