Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Тулыраҡ: Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып, ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария урынында булған шаһиттар төшөрөп алған. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мотоцикл водителенә туҡтарға ҡуша. Әммә ул бойороҡто үтәмәй һәм хәрәкәтен дауам итә. Һөҙөмтәлә, ҡәғиҙә боҙоусыны дежурҙа торған икенсе экипажға ғәҙәти булмаған юл менән туҡтатырға тура килә. Инспектор ҡәғиҙә боҙоусыны аңлы рәүештә төкөткәнме, ҡурҡытырға уйлағанмы, әллә машинаһы менән боролорға теләгәнме-быныһы билдәһеҙ. Видеонан күренеүенсә, авариянан һуң мотоцикл бер-нисә метрға сығып оса. Ул еңел йәрәхәттәр алған. Мотоциклист менән авария Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында тап ошо урында булған. Бәхеткә күрә, тротуарҙа бер ниндәй ҙә кеше үтеп бармаған. Дөйөм алып әйткәндә, ике тәгәрмәсле техника менән авариялар һаны бихисап. Үлем осраҡтары ла юҡ түгел. Мотоциклдар буйынса инструктор, спортсы Дмитрий Шаханов та осраҡлы рәүештә ваҡиға урынында булған. Бындай ысул менән ҡәғиҙә боҙоусыны тотоу үлемесле хәлгә килтереүе ихтимал, тип һанай ул. Мотоциклда юғары тиҙлектә хәрәкәт иткәндә ҡаршыһына машина килеп сыҡһа, шунда уҡ рулде ситкә бороп аварияны кисектереп булмай. Был бик ҡатмарлы маневр, ти мотоциклдар Ассоциацияһы вәкиле Алексей Алешин. Миҫал өсөн килеп сыҡҡан аварияны конус ярҙамында күрһәтергә мөмкин. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы мотоциклистар күп. Ғәҙәттә, улар үҙҙәрен геройҙар кеүек тойоп инспекторҙарҙан ҡасырға тырыша. Әлбиттә, мотоциклды машинала ҡыуып етеү ауырға тура килә. Шуға ла юл-патруль хеҙмәтендә лә ҡайһы бер төбәктәге кеүек мотоциклдар батальонын булдыу мөһим, тип һанай инструктор. 20 йәшлек ҡәғиҙә боҙоусыға 9 административ материал булдырыуҙары билдәле. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең бойроғон үтәмәгән өсөн ул өс тәүлеккә ҡулға алынған ине. Мотоциклда йөрөү тәжрибәһе ҙур, ти ул. Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, әле тикшереү эштәре бара. Ә мотоциклдар Ассоциация вәкилдәре был хәлде асыҡлау өсөн прокуратураға ғариза яҙған. Интернет киңлектәрендә берәүҙәр мотоциклисты, ә икенселәре инспекторҙы яҡлай. Мотоциклдар Ассоциация вәкилдәре йәш егетте аҡламай, улар тик инспекторҙарҙың закон буйынса эш итеүҙәрен һорай. Шулай ҙа, водительдәр мотоциклда юғары тиҙлектә йөрөмәһә һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең ҡушыуы буйынса туҡтаһа — бындай хәл килеп сыҡмаҫ ине.