Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария урынында булған шаһиттар төшөрөп алған. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мотоцикл водителенә туҡтарға ҡуша. Әммә ул бойороҡто үтәмәй һәм хәрәкәтен дауам итә. Һөҙөмтәлә, ҡәғиҙә боҙоусыны дежурҙа торған икенсе экипажға ғәҙәти булмаған юл менән туҡтатырға тура килә. Инспектор ҡәғиҙә боҙоусыны аңлы рәүештә төкөткәнме, ҡурҡытырға уйлағанмы, әллә машинаһы менән боролорға теләгәнме-быныһы билдәһеҙ. Видеонан күренеүенсә, авариянан һуң мотоцикл бер-нисә метрға сығып оса. Ул еңел йәрәхәттәр алған. Мотоциклист менән авария Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында тап ошо урында булған. Бәхеткә күрә, тротуарҙа бер ниндәй ҙә кеше үтеп бармаған. Дөйөм алып әйткәндә, ике тәгәрмәсле техника менән авариялар һаны бихисап. Үлем осраҡтары ла юҡ түгел. Мотоциклдар буйынса инструктор, спортсы Дмитрий Шаханов та осраҡлы рәүештә ваҡиға урынында булған. Бындай ысул менән ҡәғиҙә боҙоусыны тотоу үлемесле хәлгә килтереүе ихтимал, тип һанай ул. Мотоциклда юғары тиҙлектә хәрәкәт иткәндә ҡаршыһына машина килеп сыҡһа, шунда уҡ рулде ситкә бороп аварияны кисектереп булмай. Был бик ҡатмарлы маневр, ти мотоциклдар Ассоциацияһы вәкиле Алексей Алешин. Миҫал өсөн килеп сыҡҡан аварияны конус ярҙамында күрһәтергә мөмкин. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы мотоциклистар күп. Ғәҙәттә, улар үҙҙәрен геройҙар кеүек тойоп инспекторҙарҙан ҡасырға тырыша. Әлбиттә, мотоциклды машинала ҡыуып етеү ауырға тура килә. Шуға ла юл-патруль хеҙмәтендә лә ҡайһы бер төбәктәге кеүек мотоциклдар батальонын булдыу мөһим, тип һанай инструктор. 20 йәшлек ҡәғиҙә боҙоусыға 9 административ материал булдырыуҙары билдәле. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең бойроғон үтәмәгән өсөн ул өс тәүлеккә ҡулға алынған ине. Мотоциклда йөрөү тәжрибәһе ҙур, ти ул. Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, әле тикшереү эштәре бара. Ә мотоциклдар Ассоциация вәкилдәре был хәлде асыҡлау өсөн прокуратураға ғариза яҙған. Интернет киңлектәрендә берәүҙәр мотоциклисты, ә икенселәре инспекторҙы яҡлай. Мотоциклдар Ассоциация вәкилдәре йәш егетте аҡламай, улар тик инспекторҙарҙың закон буйынса эш итеүҙәрен һорай. Шулай ҙа, водительдәр мотоциклда юғары тиҙлектә йөрөмәһә һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең ҡушыуы буйынса туҡтаһа — бындай хәл килеп сыҡмаҫ ине.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

2 часа 8 минут назад
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

2 часа 8 минут назад
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

2 часа 9 минут назад
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Смотреть видео Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды

Махсус техника  ”Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә  Рәсәй көнө уңайынан тапшырылды. Алты модернизацияланған автоцистерна   Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө, Белорет, Нуриман, Туймазы райондарына юлланасаҡ. Йыл башынан  алып  республика...

15 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “...

15 июня 2021
Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Яндекс.Метрика