“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм күрһәтелә. Ил халҡын Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы алып барыусылары сәләмләп, республика тураһында бәйән итәсәк. Әйткәндәй, ике журналист бергә тәүгегә алып бара. Ҙур телевизион проект 12-се июндә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә башлана. Тамашасылар бөтә ил буйынса сәйәхәт итеп, төбәктәр менән танышасаҡ. Уларҙың ҡояшлы Башҡортостанда ла булыу мөмкинлеге бар. Рәсәй кешеләрен башҡорттар өсөн изге урын – Торатау менән таныштырыуҙан башлана. Шихандар — тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Ул 230 миллион йыл элек мәрйен рифтарынан барлыҡҡа килгән, ти ғалимдар. Иң бейек шихан – Торатау тураһында бихисап легендалар ҙа бар.

Тапшырыуҙа йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡ кәсептәре оҫталары, ижади кешеләр тураһында бәйән ителәсәк. Улар араһында Гөлфәйрүз Исмәғилева ла бар. Әсә үҙ сабыйҙарын үҫтереп, кеше иткән, тәрбиәгә тағы ла 9 бала алған. Ишле ғаилә – дуҫ ҡына түгел, күп милләтле лә.          Башҡорт йыр-бейеүҙәренән тыш, милли музыка ҡоралы – ҡурай хаҡында ла һүҙ буласаҡ. Ижади коллективтарға халҡыбыҙҙың үҙ-асылы, фольклоры, тарихы тураһында аңлатырға тура киләсәк. “Фольклор тураһында” тапшырыуы алып барыусыһы Айгөл Кантюковаға бөтә кейем дә килешә. Уға һөнәр ҡушыуы буйынса республикала йәшәгән милләттәрҙең кейемдәрен үҙендә самалап ҡарарға тура килә. Был юлы алып барыусы башҡорт ҡатын-ҡыҙы образында. Әлбиттә, 10 минутлыҡ тапшырыуҙа башҡорттарҙың аш-һыуҙары тураһында ла әйтелә. Уларҙы хатта бешереп күрһәтәсәктәр. Фильм Торатау буйында ҡояштың байыуы менән тамамлана. Ул илебеҙ төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙға – тыуған яғын һағыныусы ватандаштарыбыҙға ла хуш киләсәк. 12-се июндә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында ҡарарға онотмағыҙ.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

1 час 19 минут назад
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

1 час 19 минут назад
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

1 час 20 минут назад
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

1 час 20 минут назад
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Смотреть видео Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды

Махсус техника  ”Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә  Рәсәй көнө уңайынан тапшырылды. Алты модернизацияланған автоцистерна   Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө, Белорет, Нуриман, Туймазы райондарына юлланасаҡ. Йыл башынан  алып  республика...

15 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “...

15 июня 2021
Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Яндекс.Метрика