Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға хыялланған балалар әле лә бар. Күкте иңләү теләге менән хатта ҡыҙҙар ҙа яна. Китаптағы уйлап сығарылған ғына түгел, ысынбарлыҡтағы геройҙарыбыҙҙан да өлгө алып үҫә. Бихисап исемдәр араһында осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы Муса Ғайса улы Гәрәев бар. Геройҙың исемен оло ғорурлыҡ менән ейәндәре лә һаҡлай. Муса Гәрәев һуғыш тамамланған осорҙа майор званиеһында полк штурманы була, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Мәскәүҙә 1945 йылдың 24 июнендә үткәрелгән Еңеү Парадында ҡатнаша. Ә 45-се-62-се йылдарҙа махсус тәғәйенләнештәге авиацияла үткән хеҙмәт юлын Рәсәйҙең Оборона министрлығы архивы бөгөнгәсә “йәшерен” грифы аҫтында тота. 42 йәшендә отставкаға китеү менән дә Муса Ғайса улы илгә хеҙмәт итеүен ташламай. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Башҡортостанда хәрби-техник спорт төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Башҡорт улы Бөйөк Ватан һуғышында күкте иңләп дошмандарға ҡаршы алышҡан ваҡытта төбәктә ососусылар әҙерләйҙәр, самолет двигателдәрен етештерәләр. Әле Максимовка мәктәбендә музей эшләй, унда осоусылар отрядынан 200 һалдат тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Уларҙың иҫтәлегенә бағышлап үткән йылда “Ҡанатлы Максимовка” класын ойоштороу ҡарары ҡабул ителә. Муса Гәрәевтың ҡәбере янында баҫып торған һәр үҫмер уға оҡшарға тырыша, һәр береһе оло ҡыҙыҡһыныу һәм мөхәббәт менән күкте күҙәтә, ошо ваҡытта кемеһелер легендар осоусының батырлыҡтарын иҫкә төшөрәлер, кемдәрелер һауанан ерҙе күҙ алдына килтерә һәм тыныс ҡына йәшәп ятҡан кешеләр өҫтөнән елеп осоп йөрөргә хыяллана.
Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар
Тулыраҡ: Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар