Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна уҙғарыласаҡ ултырышта ҡабул ителәсәк тип көтөлә. Республика хөкүмәтендә йәнә үҙгәрештәр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары, шул уҡ ваҡытта ведомство башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп барыһына ла билдәле Алан Марзаев тәғәйенләнде. Ә быға тиклем ошо вазифаны биләгән Ирина Голованова уның урынбаҫары була. Башҡортостандың фәндәр академияһы Президенты вазифаһы -  һайланғансы тиклем Камил Рамаҙановҡа йөкмәтелде. Республика башлығының ошо турала бойороғо донъя күрҙе. Уларҙың барыһына ла ҙур бурыстар йөкмәтелә. Быға тиклем төбәктә ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссия булдырылғайны. Унда ғалимдар, йәмәғәтселек һәм төрлө белгестәр инә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров комиссияның эшмәкәрлеген бигерәк тә Урал аръяғында көсәйтергә ҡушты. Сөнки тап был райондарҙан ялыу һәм мөрәжәғәттәр күп килә. Был аҙналағы оператив кәңәшмәлә тағы бер ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Ул да башҡорт райондары йәшәйешенә, үҫешенә ҡағыла. Радий Фәрит улы ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, яңы ведомство Урал аръяғын электр энергияһы менән тәьмин итеүгә яуаплы була. Яңы комиссияны Башҡортостан башлығы үҙе етәкләй. Коронавирусҡа бәйле хәл тикшерелде. Сөнки, башҡа төбәктәрҙә Ковид-19 менән сирләүселәр арта. Бигерәк тә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында хәл ҡатмарлы. 3-сө июлдә республика Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеүҙе иҫәпкә алып Башҡортостан башлығы борсолоу белдерҙе. Пандемия башланғандан алып 39 мең 561 кеше коронавирус йоҡторған. Әле дауаланған пациенттарҙың 95 проценты вакцина эшләтмәгән. Был көндәрҙә республикаға 40 мең доза килтерелгән, алдағы көндәрҙә тағы ла 70 мең ҡайтарыла. Башҡортостан башлығы вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында аңлатыу эшен көсәйтергә ҡушты. Кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса аҙналыҡҡа йомғаҡ яһалды. Беренсе тапҡыр ул 5 көн дауамында барҙы һәм һәр көнө төрлө темаларға арналды. Бизнес вәкилдәре бөтә яҡлап белемен камиллаштырҙы, белгестәр менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашты, яңы мөмкинлектәр өйрәнде. Был аҙнала Һөт кухняһының Саҡмағош ауылында таратыу пунктты асылды. Хәҙер ул 200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Мохтаж ғаиләләрҙе һөт продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн республиканың төрлө төбәгендә ошондай 7 үҙәк һәм 135 пункт булдырылған. Улар 25 мең самаһы балаға бушлай сифатлы һәм файҙалы ризыҡ тарата. Һөт кухняһы продукцияһына хәҙер махсус приложение аша ғариза бирергә мөмкин. Һылтанма аша бөтә кәрәкле документтарҙы ла ебәрергә була. Йәғни, бынан ары барып йөрөргә кәрәкмәй. Был иһә халыҡтың ваҡытын сарыф итмәй һәм льготаны тиҙерәк юлларға мөмкинлек бирә. Белгестәр әйтеүенсә, ошондай тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә юҡ. Өфөлә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының этабы үткәйне. Унда Башҡортостан уҡыусылары уңышлы сығыш яһап, ил командаһы составында халыҡ-ара ярыштарға саҡырыу алды. Төбәк этабына йомғаҡ яһап, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республиканың башҡа уңыштары тураһында ла бәйән итте. Республика хөкүмәте ағзалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, транспорт тәьминәте, һабантуйҙар, Башҡортостан юлдарындағы хәл буйынса ла доклад тыңланы. Уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса Радий Хәбиров аныҡ күрһәтмәләр биреп, уларҙы үтәү ваҡытын билдәләне.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп...

25 июля 2021
Смотреть видео Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен...

25 июля 2021
Смотреть видео Комсомол урамы ҡасан асыла? | ГТРК «Башкортостан»

Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың  257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала  хакимиәтендә  үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы...

25 июля 2021
Смотреть видео Дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт ярҙамы

Ҡырмыҫҡалы районында  “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән   яңы  дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек  пластик һауыттарҙың...

25 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Республика дауалау-физкультура диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Лилиә Прокофьева ла улар рәтендә. Бер йыл элек 80...

25 июля 2021
Смотреть видео Вакцина эшләт | ГТРК «Башкортостан»

Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. ...

25 июля 2021
Смотреть видео Быуат төҙөлөшө дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты...

25 июля 2021
Смотреть видео Толпар нимәгә иҫәп тота? | ГТРК «Башкортостан»

Толпар нимәгә иҫәп тота?

“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип...

25 июля 2021
Смотреть видео Пособие юллау тәртибе | ГТРК «Башкортостан»

Пособие юллау тәртибе

Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы - 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала...

25 июля 2021
Смотреть видео Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип...

25 июля 2021
Яндекс.Метрика