500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.  Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы ла бар. Бер-береңдең фекеренә ҡолаҡ һалып, бер маҡсатҡа ынтылыу. Аталы уллы Ришат һәм Азат Күзбәковтар табип- неврологтар. Береһенең хеҙмәт стажы 30 йылдан артһа, икенсеһенеке -15.  Ришат Күзбәков Өфө медицина институтын тамамлағас Мәләүез район дауаханаһында эш башлай. Ябай  табип, бүлек мөдире, баш табип вазифаһына тиклем үрләй. Ә ғаиләлә улар 6 бала үҫә. Барыһы ла изге һөнәр эйәләре. Өс невролог, 2 теш табибы һәм отоларинголог. Ояһында ни күрһә осҡанында шул булыр, тиҙәр.   Азатты бәләкәй сағынан педиатр әсәһе йыш ҡына үҙе менән өйҙән-өйгә балаларҙы ҡарарға алып йөрөй. Атаһы менән невролог кабинетында ла йыш ултырыра тура килә уға. Шулай булғас мин башҡа һөнәр хаҡында уйламаным да, ти Азат.  Гиппократ антына тоғро ҡалып көн һайын сәләмәтлек һағында Күзбәковтар. Азаттың ике туған ҡустыһы Камил Өфө ҡалаһында теш табибы- хирург булып эшләй. Ул да атһының эҙҙәренән килә. Рабинур Күзбәковты Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр. Күзбәковтар алты бала – алты табип. Иң өлкәндәре Рәстәм, унан Ришат, Әлиә, Альбина, Рабинур һәм Әлфиә. Уларҙың тормош иптәштәре лә ошо һөнәр эйәләре. 13 ейән-ейәнсәрҙең 11-е ата-әсәһе һөнәрен дауам итеүсе. Кейәү-килендәре араһында ла башлыса медицина белгестәре.Бөгөн улар барыһы бергә йыйылған.5 тиҫтәгә яҡын кеше араһынан мәктәп балаларын иҫәпләмәгәндә, 85 проценты табиптар. Тот та дауахана ас. Ситтән бер кемде лә эҙләргә тура килмәйәсәк. Ә династияның тарихы бөйөк ватан һуғышы йылдарынан бөрөләнә. 1942 йыл.. Сөләймән Күзбәков ауыр хәлдә медсанбатҡа эләгә. Өмөтһөҙ тип уны икенсе палатаға оҙатырға итәләр. Бәхеткә күрә табип ҡыҙ- медицина хеҙмәте капитаны һалдаттың документтарынан яҡташы икәнен белеп ҡала һәм нисек тә ярҙам итеү теләге тыуа. Әгәр атайҙары менән һуғышта булған ошо осраҡ балаларҙың күңелдәрендә һөнәргә ҡарата ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятһа, әсәйҙәре мәктәп эскәмйәһенән төплө белем бирә. Күзбәковтарҙың бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ  хеҙмәт стажы. Бөйөк ватан һуғышы ветераны Сөләймән Күзбәковтың теләге тормошҡа аша, ул ғына ла түгел табиптар династияһы ҙурая ғына бара.  Сит илгә, сит төбәккә сығып китеү мөмкинлеге һәр саҡ бар,  әммә Күзбәковтар тыуған төйәгенең патриоттары ла.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп...

25 июля 2021
Смотреть видео Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен...

25 июля 2021
Смотреть видео Комсомол урамы ҡасан асыла? | ГТРК «Башкортостан»

Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың  257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала  хакимиәтендә  үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы...

25 июля 2021
Смотреть видео Дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт ярҙамы

Ҡырмыҫҡалы районында  “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән   яңы  дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек  пластик һауыттарҙың...

25 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Республика дауалау-физкультура диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Лилиә Прокофьева ла улар рәтендә. Бер йыл элек 80...

25 июля 2021
Смотреть видео Вакцина эшләт | ГТРК «Башкортостан»

Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. ...

25 июля 2021
Смотреть видео Быуат төҙөлөшө дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты...

25 июля 2021
Смотреть видео Толпар нимәгә иҫәп тота? | ГТРК «Башкортостан»

Толпар нимәгә иҫәп тота?

“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип...

25 июля 2021
Смотреть видео Пособие юллау тәртибе | ГТРК «Башкортостан»

Пособие юллау тәртибе

Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы - 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала...

25 июля 2021
Смотреть видео Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип...

25 июля 2021
Яндекс.Метрика