Яңы технология буйынса ултыртылған баҡса еләге быйыл беренсегә уңыш биргән. Унда 2019 йылдан алып баҡсасылыҡ һәм еләкселекте үҫтереү буйынса инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы махсус алым ярҙамында 33 гектар майҙанда баҡса еләге ултыртылған. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап һуғарыу ысулы ҡулланыла. Был инновация технология буйынса эшләгән питомниктар республикала башҡа юҡ. Бына ул баҡса еләгенең иң отошло төрҙәренең береһе – Румба, Джали, Элеганс һәм Флоренс. Эре, татлы, уңышын да мул бирә. Итальян сорттары булыуына ҡарамаҫтан, еләк беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған, ти Шишмә питомнигы хеҙмәткәре Вәлимә Ғәликәйева. Шишмә емеш-еләк питомнигында был плантациялағы еләк алдынғы технология буйынса үҫтерелгән. Быйыл ул беренсе тапҡыр уңыш бирә. Технология принцибы ябай, әммә иң һөҙөмтәлеһе, ти питомник хеҙмәткәрҙәре. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап һуғарыу ысулы ҡулланыла. Түтәлдәргә яҙҙан уҡ торбалар үткәрелгән. Улар һәр еләк төбөн етәрлек кимәлдә һыу, минераль ашламалар менән тәъмин итә. Бының өсөн айырым насос станцияһы төҙөлгән. Ә был ҙур һауыттарҙа калий, магний, фосфор һәм башҡа минераль ашламаларҙан торған туҡлыҡлы иретмә әҙерләнә. Химик ашламалар иһә бөтөнләй ҡулланылмай. Һыуҙы һаҡсыл тотоноу, үҫентеләрҙе минераль мәтдәләр менән кәрәкле миҡдарҙа ғына тәъмин итеү. Инновацион технологиның яңғай яҡтары бихисап, хәҙер еләк өсөн ямғырһыҙ эҫе көндәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Яңы плантацияның итальян еләге ярайһы уҡ талымлы, уны үҫтереү өсөн байтаҡ көс, түҙемлек талап ителә. Бала ҡараған кеүек наҙлап тәрбиәләгәндә генә ул мул уңышы менән ҡыуандыра. Бер гектар ерҙән 15 тонна еләк алырға мөмкин. Шишмә питомнигында баҡса еләген үҙ аллы йыйып алыу мөмкинлеге лә бар. Йәйҙең төп емеше артынан Өфөнән генә түгел, күрше райондарҙан да килеүселәр күп. Питомникта шул уҡ технология буйынса алма баҡсаһы ла үҫтерелә. Әлеге көндә проект буйынса 33 гектар алма ағасы ултыртылған. Киләсәктә уларҙың күләмен бер меңгә, ә баҡса еләген 50 гектарға еткерергә планлаштыра питомник хеҙмәткәрҙәре.
Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған
Тулыраҡ: Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған