Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Салауат башҡорт дәүләт драма театры булды. Сара телеүҙәк алдында тамаша менән асылды. Театр артистары милли батырыбыҙ, шағир-ипровизатор Салауат Юлаев тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе һәм Салауат ҡалаһы тураһында йыр башҡарҙы. Көн дауамында Башҡортостан 24 каналында Салауат башҡорт дәүләт драма театрының спектаклдәре күрһәтелде, эфирҙа ижади төркөм менән осрашыуҙар ойошторолдо, Рәсәй-Башҡортостан радиоһында һөйләшеүҙәр уҙғарылды. Театр вәкилдәре Рәсәй медиа үҙәгендә үткән конференцияла ла ҡатнашты. Унда уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһалып, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Салауат театры – республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла киң танылыу яулаған һәм абруй ҡаҙанған ижади коллектив. Үҙ традициялары, үҙенә генә хас сәхнә алымдары, тамашасылар менән эшләү серҙәре бар. Бөгөнгө көндә мәҙәни усаҡ гөрләп эшләй, яңынан-яңы тамашалар менән шатландыра.

Подпишитесь на нас в Пульс