Импортты алмаштырыу, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар

Республика ярҙамы менән донъя баҙарына сыҡҡан завод, импортты алмаштырыу мөмкинлектәре, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Белорет һәм Учалы ҡалаларына булған эш сәфәрендә ошо йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирҙе. Радий Хәбиров Рәсәйҙәге иң эре металл продукцияһы эшләүсе предприятиеларҙың береһе — Белорет металлургия комбинатында тимер сымдар етештереү буйынса яңы цехҡа старт биреүҙә ҡатнашты. Әлегә комбинатта  220 млн һумлыҡ дүрт заманса һуҙыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Тиҙҙән улар һаны 12-гә еткереләсәк. Проект Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды ярҙамында бойомға ашырыла. Был — Көньяҡ Урал үлсәү ҡорамалдары етештереү заводы. Белоретта урынлашҡан был ҡеүәтле предприятиеның да эшмәкәрлеге һәм киләсәккә маҡсаттары Радий Фәрит улының иғтибар үҙәгендә.  Ҡасандыр һәүәҫкәрҙәр генә башлап ебәргән бәләкәй цех 18 йыл эсендә донъя кимәлендә эшләүсе заводҡа әйләнгән. 2019 йылдан бүленә башланған республика субсидиялары һәм гранттар предприятиены импортты алмаштыра алыусы сәнәғәт ойошмалары рәтенә күтәрергә ярҙам итте. Ҡайҙа ғына булмаһын, республика башлығы урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләргә туҡталырға ваҡыт таба.  Учалыға сәфәрендә Радий Фәрит улы күптән түгел асылған Афғансылар скверында халыҡ менән осрашты. Һорауҙар төрлө: социаль ташламалар, “Башҡорт ихаталары” проектының бойомға ашырылыуы һәм вакцинациялау. Ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Учалылар  был юҫыҡта  дәүләт программаларын ҡуллана.  Афған кампанияһында һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә ҡоролған сквер ошоно дәлилләй. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите»  милли проекты сиктәрендә үткән йылда бында 26 млн һумға төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Скверға бөтә яҡтан да инергә була, ҡасандыр ҡуйылған ҡоймалар урынына ҡыуаҡтар ултыртылған, йәйәүлеләр өсөн гранит плиталар һалынған. Әйткәндәй, плиталарҙы Учалының «Уралташ» предприятиеһында етештерәләр. Ғөмүмән, Учалыла  төҙөлөш материалдарын етештереү йылдам бара.  Ашығыс һәм ҡыҙыу темпта күтәрелгән ковид госпиталдәрҙе, мәҫәлән, тап шул заводтарҙың береһе материалдар менән тәьмин итте. 1975 йылда асылған Учалы ҡатырға һәм рубероид етештереү заводы урынында хәҙер Европалағы иң ҙур биш  предприятие исемлегенә ингән “Технониколь” корпорацияһының алты  заводы  урынлашҡан. Шуларҙың береһе — “Техноплекс” – Башҡортостанда йылытыу-изоляция материалдарын етештереүсе  берҙән-бер завод. “Әр-Рәхим” мәсетен һәм тағы ла тиҫтәләгән ҙур социаль объекттарҙы төҙөүҙә лә ошонда сығарылған йылытыу-изоляция плиталары -   пенополистирол ҡулланыла.  60 мең м3 тәғәйенләнгән склад үҙе бер ҡаланы хәтерләтә. Автоматлаштырылған цехтарҙа тәүлегенә 900-1500 м3 материал етештереп төрәләр. Завод биләмәһендәге 3 тимер юл  тармағы аша артабан улар илдең төрлө тарафтарына оҙатыла. Радий Фәрит улы яңы төҙөлә башлаған цех  менән дә танышты. Уның майҙаны 1900 м2 тәшкил итә.  Был цехта быяла-туҡымаға битум яғыла һәм ул артабан ҡыйыҡтарҙы ябыуҙа ҡулланыла. “Технофлекс” заводында ла тиҙҙән эште тулыһынса роботлаштырыу башланасаҡ. Әлегә хеҙмәткәрҙәр  бер робот-ҡоролманы һынай. Быға тиклем әҙер продукцияны төрөү өсөн ике кеше кәрәк булһа, хәҙер барыһын да автомат башҡара.  Төбәк етәксеһенең эш сәфәре графигында Учалы ҡатырға — рубероид заводы нигеҙендә 2000 йылда эш башлаған “Николь – Пак” заводының эшмәкәрлеге менән танышыу  ҙа бар ине.  Николь-Пак заводында ҡумталар өсөн ошондай ҡағыҙ етештерәләр, ә бының өсөн илдең Урал, Волга буйы төбәктәренән макулатура килтерелә.  Заводта тәүгеләрҙән булып ҡатырға эшләү цехы асыла, унда макулатура, алама сепрәктән һәм ағас ҡалдыҡтарынан япма өсөн ҡатырға етештерә башлайҙар. 2003-2004 йылдарҙа үткәрелгән реконструкциянан һуң заводтың етештереү мөмкинлектәре арта — шыма ҡатырға һәм гофрлы ҡағыҙ етештереү яйға һалына, ә 2010 йылдағы 38 млн евролыҡ реконструкция целлюлоза етештереү ҡеүәһен өҫтәй, тағы 4 йылдан уның етештереү ҡеүәтен 40 мең тоннаға арттыралар. Оҙонлоғо 160 метрҙан торған ҡағыҙ эшләү машинаһынан 2,5 сәғәт эсендә әҙер продукция алалар. 1 тонна целлюлоза өсөн 1110 кг макулатура кәрәк, ә йылына завод 145 тонна ҡағыҙ етештерә һәм уны Ҡаҙағстан,  Татарстан, Үзбәкстан, Рәсәйҙең  Урал, Себер төбәктәренә оҙата.  Радий Фәрит улын сәнәғәт предприятиеларын модернизациялау менән бер рәттән компанияларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле саралары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Был мәсьәләнең мөһим булыуын һәм ул дәүләт кимәлендә һәр ваҡыт контролдә буласағын белдерҙе ул.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала грант булдырылғайны...

29 июля 2021
Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

28 июля 2021
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

28 июля 2021
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

28 июля 2021
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

28 июля 2021
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

28 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

28 июля 2021
Яндекс.Метрика