Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән-көн арта

Яңы короновирус инфекцияһына дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн Өфө ҡалаһында 590 мең кеше вакцина үтергә тейеш. Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән көн арта. Ҡала хакимиәте кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсъәләләрҙең береһе короновирус инфекцияһынан вакцинациялауға айырым иғтибар бирелде. Вирустың һинд штаммы күпкә хәүефле, тип билдәләнде. Вирустың яңы һинд штаммы күпкә хәүефле һәм кешенән кешегә үтә лә еңел тарала. Һөҙөмтәлә бик етди сирҙәргә килтереүе ихтимал. Яңы вирус сирләгән кешеләрҙең  һәм вакцина ятһатыусыларҙың  да атниматдәләр әүҙемлеген кәметеүе мөмкин.  Башҡала хакимиәте кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эпидимиологы Азат Мөхәмәтйәнов Ковид-19 сиренән дөйөм туҡланыу, мәғариф, һатыу, көнкүреш хеҙмәте, йорт-коммуналь хужалығы һәм энергетика өлкәһендә, шулай уҡ матурлыҡ салоны, фитнес-клуб, транспорт, театр, музейҙарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ вакцинациялау үтергә тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ киләһе аҙнанан ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға короновирустан вакцинациялау башланыуы ихтимал. Ҡатын-ҡыҙ вакцина алғандан һуң препарат уны ғына түгел, имеҙгәндә яңы тыуған сабыйҙарҙы ла һаҡлай Башҡала мэры Сергей Греков бөтөнләй вакцинациялау ойошторолмаған ойошмаларҙы ҡаты тәңҡитләне. Оператив кәңәшмәлә йәйге лагерҙарҙың беренсе сменаһына һөҙөмтә яһалды. Балалар хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар булырға тейеш, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Башҡалала ике дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә һәм бер нисә мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Сергей Греков башҡала халҡын экологик акцияға ҡушылырға саҡырҙы. Йыл һайын ойошторолған аҙналыҡта Өфөнөң 237 урынында батарейкалар йыйып тапшырырға мөмкин. Экологик акция башҡалала 3-сө йыл ойошторола. Тапшырыу урындарын башҡала хакимиәте сайтында табырға мөмкин. Ҡәҙимгесә 4 номинация буйынса бәйге ойоштороласаҡ. Ҡала халҡы, идаралыҡ компаниялары, белем биреү учреждениелары, предприятие һәм ҡала ойошмолары араһында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала грант булдырылғайны...

29 июля 2021
Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

28 июля 2021
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

28 июля 2021
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

28 июля 2021
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

28 июля 2021
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

28 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

28 июля 2021
Яндекс.Метрика