Башҡортостанда йәнә бал ҡорттары ҡырыла

Ошондай күренешкә был юлы Ҡырмыҫҡалы районы умартасылары юлыҡҡан. Улар ебәргән видеонан күренеүенсә, бал ҡорттары күпләп үлеп, өйөм-өйөм менән ерҙә яталар. Яңы Бишауыл, Абдулла һәм Иҫке бәпес ауылдарында йәмғеһе 150-нән ашыу умарта күсе юҡҡа сыҡҡан. Урындағы халыҡ фекеренсә, бәләнең сәбәбе – эргә-тирәләге баҫыуҙарҙы ағыу менән самаһыҙ эшкәртеү. Баҫыуҙарҙы пестицид һәм гербициттар  менән ағыуларҙарын ауыл хужалығы предприятиелы алдан хәбәр итергә  тейеш, әммә был ҡәғиҙә үтәлмәй,  һөҙөмтәлә, бал ҡорттары ғына түгел, бөжәктәр, ҡоштар, кешеләр ҙә  зыян күрә, ти улар.

Подпишитесь на нас в Пульс