Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге хәҙер ҡара сиңерткә

Республиканың Урал аръяғында ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш иғлан ителгән. Әле ҡоротҡос бөжәктәр Өмөтбай, Билал һәм Һәмән ауылдары биләмәләрендә 5 мең гектар майҙанда таралған. Зыян күләме бер-нисә тиҫтә миллион һум тәшкил итеүе ихтимал. Баймаҡ районында төшөрөлгән был видеояҙма бар республиканы тетрәндерә. Өмөтбай, Билал һәм Һәмән ауылдары биләмәләренә ябырылған ҡара сиңерткә бесәнлектәрҙе баҫып алған. Урындағы халыҡ һәм фермерҙар заң ҡаға. Әсләм Ишморатов крәҫтиән фермер хужалығында 50 баштан ашыу һыйыр һәм 100-гә яҡын йылҡы малын аҫрай. Ҡоролоҡ арҡаһында былай ҙа үҫә алмай ултырған бесәнде ҡара сиңерткә ашап ҡуйҙы, ти фермер. Хужалыҡтар үҙ көстәре менән баҫыуҙарҙы эшкәртергә тырыша. Ҡоротҡос бөжәктәр әле өс ауылдың биләмәһендә таралған. Бер-нисә көн эсендә ҡара сиңерткә 5 мең гектар хужалыҡ ерҙәрен баҫып алған. Саранча ябырылыу сәбәпле районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Бер квадрат метрҙа ғына уртаса илленән ашыу ҡара сиңерткә осрай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әгәр ҙә бындай хәл дауам итә ҡалһа, мал һанын икеләтә кәметергә тура киләсәк.  Яҙҙың иртә килеүе һәм май айында көндәрҙең эҫе тороуо ҡара сиңерткәгә тиҙ үрсергә булышлыҡ иткән. Зарарлы ауыл хужалығы ҡоротҡосо сабынлыҡтар һәм сәсеүлектәргә етди зыян килтергән. Ауыл халҡы быйыл бесән эшләүгә ҙур өмөт бағламай. Ситтән һатып алырға йә иһә бөтөнләй малды бөтөтөргә тура киләсәк, ти. Әле ялан-баҫыуҙарҙы эшкәртеү эштәре алып барыла. Баймаҡ районы агрономы әйтеүенсә, тәү сиратта ҡара сиңерткәнең башҡа биләмәләргә таралмауын иҫкәртеү кәрәк. Күрше Хәйбулла һәм Йылайыр районы аграрийҙары ла ҡара сиңерткә ябырылыуын иҫкәртергә әҙер тора. Урал аръяғы райондары — хәүефле игенселек зонаһы. Быйылғы йыл икеләтә ауыр килә: ҡоролоҡ, урмандарға ебәк күбәләгенең һөжөм итеүе һәм ҡара сиңерткә. Зыян күләме миллиондарса һумлап иҫәпләнә, ти белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала грант булдырылғайны...

29 июля 2021
Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

28 июля 2021
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

28 июля 2021
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

28 июля 2021
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

28 июля 2021
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

28 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

28 июля 2021
Яндекс.Метрика