Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин

Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин. Был проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тармаҡ күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итте. Бөтәһе 60-ҡа яҡын ойошма лизингтың бер өлөшөн кире ҡайтарыуға ғариза яҙған. Ә ярҙам алған Өфөләге ательеларҙың береһендә әле тулы ҡеүәтенә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнәләр. Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым тегеү һәм сигеү алдынан тәүҙә ҡағыҙға уның эскизы төшөрөлә. Был костюмдар “Урал батыр” эпосы геройҙары булып кейенеүсе сәсәндәргә әҙерләнә. Бер образды тыуҙырыу өсөн дүрт-биш көн ваҡыт талап ителә.  Бындай костюмдарҙы эшләүе ауыр түгел, бары тик яуаплылыҡ ҡына өҫтәй, ти дизайнер Сәймә Хәсәнова. Тарих ваҡиғаларын сағылдырыусы был кейемдәргә Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Розалия Солтангәрәева заказ биргән. Һигеҙ кешене туплаған төркөм менән улар июль айында үтәсәк Бөтә донъя фольклориада фестивалендә ҡатнашасаҡ. “Урал батыр” эпосы геройҙарын уйнаусыларҙың кейеме күп биҙәүестәрҙән торорға тейеш түгел. Һәр бер орнамент иғтибар менән һайлап алына.Орнамент һүрәте тәүҙә компьютерҙа төшөрөлә, һуңынан һигеҙ-ун минут эсендә сигеү машинаһында әҙерләнә. Ун ике энәнән торған ҡорамал күпкә отошло, тип билдәләй тегенселәр. Ситтән ҡарап торғанда был эш бик ябай күренә, әммә иғтибарлы булмаған осраҡта хаталанырға ла мөмкин. Яңы сигеү машинаһында ошондай матур, сағыу орнаменттар килеп сыға. Эскиздар әҙер булып, туҡымалар тегелгәс, кәрәкле урындарға орнаменттар сигелә. Мәҫәлән, был ырыу тамғалары эпоста ҡатнашыр өсөн тегелгән кейем-һалымды биҙәйәсәк. Хәҙерге ваҡытта юғары сифатлы сәнәғәт тегеү машинаһында сигеү эште күпкә тиҙләтә. “Сәрби” оҫтаханаһында тиҙҙән дәүләт тарафынан йәнә ҡорамал алырға ниәтләйҙәр. Былтыр пандемия ваҡытында тап еңел сәнәғәт министрлығы ярҙамы менән оҫтахананы һаҡлап ҡалып булды, ти уның етәксеһе. Республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына лизинг килешеүе буйынса алынған ҡорамал хаҡының 50% тиклем ташлама бирелә. Бындай ташлама менән етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтелгән инвестиция проектын ғәмәлгә ашырған предприятиелар файҙалана ала. Ҡарар еңел сәнәғәт предприятиеларын яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә һәм етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Яңы ҡормалдар өсөн 2021-се йылда ҡаҙнанан 60 миллион һум аҡса бүленә.  Былтыр бөтәһе 46 сәнәғәт предприятиеһы субсидияға дәғүә итһә, быйыл 62 ғариза ҡабул ителгән.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала грант булдырылғайны...

29 июля 2021
Смотреть видео Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр...

28 июля 2021
Смотреть видео Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй

 Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр  республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында  мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм...

28 июля 2021
Смотреть видео “Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй 2021” Бөтә рәсәй эскпедицияһы дауам итә

283 көн эсендә үҙенсәкле сәйәхәттә ҡатнашыусылар барлығы 34 меңдән ашыу саҡырым юл үтәсәк. Экспедицияла илдең төрлө ҡалаларынан йыйылған туғыҙ кеше ҡатнаша. Командала Башҡортостан вәкиле лә бар. Маршрут Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә. Туристар илдең сиге буйлап йәйәү, велосипед, машина, йылға буйлап...

28 июля 2021
Смотреть видео Өфөлә вакцинация әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә вакцинация әүҙем бара

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков  коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  баш ҡалала халҡының 57 проценты  коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә  коллектив иммунитет булдырыу өсөн...

28 июля 2021
Смотреть видео Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс  бер йылда ғына 4 мең...

28 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика...

28 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир  таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе...

28 июля 2021
Яндекс.Метрика