Башҡортостанда саманан тыш эҫе көндәр тора

Һауа температураһы бер-нисә көн рәттән 30 градустан түбән төшкәне юҡ. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы 38 градусҡаса эҫетеүе ихтимал. Ошо сәбәпле ҡотҡарыусылар именлек саралары тураһында иҫкәртә. Төш мәлендә, айырыуса, урамға сыҡмау хәйерлерәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ошондай һауа торошо 5 июлгә тиклем һаҡлана.

Подпишитесь на нас в Google Новости