Башҡортостанда прививка эшләтеү темпы 10 тапҡырға артҡан

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әле республикала өс урында урман яна. Башҡортостан коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынға сыҡҡан. Төбәктә әле бөтәһе 515 мең тирәһе кеше прививканың тәүге компонентын алған, ә 368 меңе вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда уҙған аҙна эсендә  covid-19 вирусына ҡаршы прививка эшләтеү темпы 10 тапҡырға күтәрелгән. Шуға алдағы көндәрҙә мобиль вакцинация пунктарын да арттырыу күҙаллана. Әле 180 урында  вакцинациялау ойошторолған. Һөҙөмтәләр яҡшы, әммә вакцинацияның темпын кәметергә ярамай. Өҫтәүенә, республикала ғаиләләр эсендә covid-19 вирусы менән зарарланыусылар һаны артҡан. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.  Санитар-эпидимология нормаларҙы үтәгәндә һәм вакцинацияны үтеп, халыҡта дөйөм иммунитет барлыҡҡа килтергән осраҡта ғына коноравирус инфекцияһының ныҡлап таралыуын иҫкәртергә мөмкин.Өфөлә 3 июлдә башланасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһының медицина яғынан тәьмин ителеүе лә айырым контролдә. Сит ил ҡатнашыусыларының барыһы ла Рәсәйгә килер алдынан ПЦР тест үтә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандағы фестивалдә 39 илдән 1163 кеше ҡатнашасаҡ. Тәүге ҡунаҡтарҙың Өфөгә 1 июлдә үк килеүе көтөлә. Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған концерттарға тамашасыларҙы тән тепмератураһы нормала булып, медицина битлеген кейгән осраҡта ғына индерәсәктәр. Әйткәндәй, Башҡортостанда октябрь айында ”Яҡташлыҡ көсө” форумын ойоштороу күҙаллана. Ул республикала төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уңышлы тормошҡа ашырыла башлаған “Атайсал” проекты ҡатнашыусыларын берләштереү маҡсаты менән уҙғарыла. Дүрт ай эсендә 672 ғариза ҡабул ителгән. Проектың маҡсаты республиканың ҡала-ауылдарынан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһын булдырыу. Төҙөүселәр баҙарын яйҡа һалыу, проблемаларҙы хәл итеү, бизнес һәм власть араһында диалог булдырыу маҡсатынан быйыл март айында Башҡортостанда Төҙөүселәр ассоциацияһы ойошторолғайны. Бөгөнгә ойошмаға 24 компания ҡушылыу теләген белдергән. Төбәктә төҙөлгән объектарҙың 70 проценты улар ярҙамында башҡарыла. Төбәктә тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыу республикала өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Шулай итеп, 2021 йылдың һуңғы биш айы эсендә Башҡортостанда файҙаланыуға тапшырылған йорттар күләме 25,5 процентҡа артҡан. Ғөмүмән, төбәктә иҡтисадтың аныҡ үҫеше күҙәтелә. Киләһе ярты йыллыҡта темптарҙы тағы ла арттырыуға ышаныныс белдерҙе Радий Хәбиров.

Читайте нас в Яндекс.Новостях