Башҡортостан вакцинация үтеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта. Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә лә вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған.  Роза Мөхәммәт ҡыҙына 66 йәш. Ул коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның икенсе компонентын эшләтергә килгән.  Беренсеһен еңел кисергән ҡатын. Хроник сирҙәре булмаһа ла.  Иммунизация  кампанияһы әүҙем дауам итә. Дауаханаларҙың вакцинация бүлегенән халыҡ өҙөлмәй. Медицина учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү процесы күптән яйға һалынған. Килгән кеше башта анкета тултыра,  терапевт бүлмәһендә тикшереү  үтә.  Табип рөхсәт биргәс кенә прививка эшләнә. Иммунизацияны тулыһынса үткәндәргә сертификат бирелә. Ғөмүмән, 18 йәше тулған һәр кеше үҙе теләгән урында прививка эшләтә ала. Сауҙа үҙәге булһынмы, медицина учреждениеһымы, алдан аҙылырға кәрәкмәй. Бер генә талап, үҙең менән өс документ – паспорт, снилс, медицина страховкаһының булыуы һорала. Әсәле-ҡыҙлы Екатерина менән Елена Леденевалар ҙа прививка яһатыу яҡлы. Икеләнмәй эшләттек, башҡаларға ла кәңәш итәбеҙ, ти улар.Иммунизация  кампанияһы әүҙем дауам итә. Өфөнөң беренсе дауаханаһында  вакцинация бүлегенән халыҡ өҙөлмәй. Көнөнә кәм тигәндә 100-120 кеше прививка эшләтергә килә, ти табиптар. Прививка эшләтеү процесы күптән яйға һалынған. Килгән кеше башта анкета тултыра,  терапевт бүлмәһендә тикшереү  үтә.  Табип рөхсәт биргәс кенә прививка эшләнә. Иммунизацияны тулыһынса үткәндәргә сертификат бирелә. Күптән түгел сертификат менән бергә  прививка эшләтеүҙе  раҫлаусы махсус билдә лә тапшырыла. 18 йәше тулған һәр кеше теләгән урында прививка эшләтә ала. Сауҙа үҙәге булһынмы, медицина учреждениеһымы, алдан аҙылырға кәрәкмәй. Бер генә талап, үҙең менән өс документ – паспорт, снилс, медицина страховкаһының булыуы һорала.

Подпишитесь на нас в Пульс