“Башҡортостан” ДТРК-һы хеҙмәткәрҙәре лә вакцинация үтә

Июнь башынан алып 55 кеше  Спутник V һәм ЭпиВакКорона вакциналарының беренсе компонентын алды. Журналистарҙы эштән айырмаҫ өсөн табиптар Телеүҙәккә үҙҙәре килә. Прививка эшләтергә теләүселәр күп. Һәр саҡ халыҡ араһында һәм репортаждар әҙерләгән ваҡытта уларҙың сәләмәтлеге өсөн яуаплы булыуҙары, үҙҙәрен, яҡындарын һаҡлау теләге вакцинаны мотлаҡ алыу ҡарарын тыуҙырҙы, тип уртаҡлашты улар.

Подпишитесь на нас в Google Новости